Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.24 ↓

EUR 69.65 ↑

18 август, Йома

Уфа   °

Мәскәү композиторҙар йортонда Салауат Низаметдинов иҫтәлегенә башҡорт йырының Студент фестивале уҙасаҡ

Мәҙәниәт

Мәскәү композиторҙар йортоноң Ҙур концерт залында Салауат Низаметдинов иҫтәлегенә башҡорт йырының Студент фестивале уҙасаҡ, тип хәбәр итә «Башҡортостандан Мәскәүҙә һәм Санкт-Петербургта уҡыусы студенттар һәм аспиранттар ассоциацияһы». Йырлау оҫталығын музыкаль форумда Рәсәйҙең Мәскәү, Санкт-Петербург, Өфө, Сибай, Учалы һәм Стәрлетамаҡ кеүек ҡалаларынан талантлы студенттар күрһәтәсәк. Еңеүселәр «Башҡорт халыҡ йыры», «Халыҡ йырына әйләнгән, эстрада йыры» һәм «Автор йыры» номинацияларҙа билдәләнәсәк. Шул уҡ ваҡытта артыҡ ихтирам Салауат Низаметдиновтың күренекле йырҙарына биреләсәк.

Фестиваль ҡунаҡтары сифатында Мәскәү тамашасылары алдында башҡорт эстрада йондоҙҙары, улар араһында – популяр йырсы Айгөл Үтәгәнова, «Бүреләр» рок-төркөмө, «Zaman» этно-проекты, билдәле скрипкасы Сыңғыҙ Ханнанов, шулай уҡ «Тамыр» студияһының балалар йыр ансамбле сығыш яһаясаҡ.

Сараны ойоштороусылар – «Башҡортостандан Мәскәүҙә һәм Санкт-Петербургта уҡыусы студенттар һәм аспиранттар ассоциацияһы» төбәк-ара йәмәғәт ойошмаһы, Рәсәй Композиторҙар союзы, Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан Республикаһының Тулы хоҡуҡлы вәкиллеге, «Мираҫ» хәйриә фонды һәм Башҡортостан Республикаһының Композиторҙар союзы. Генераль мәғлүмәти уҙаҡташ – «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы дәүләт унитар предприятиеһы.

— Йәштәр араһында башҡорт милли йыр мәҙәниәте йолаларын һаҡлау һәм быуындарҙы берләштергән йырҙарҙы популярлаштырыу фестивалдең төп маҡсаты булып тора, — тип ваҡиғаның әһәмиәтен һыҙыҡ өҫтөнә алды «Башҡортостандан Мәскәүҙә һәм Санкт-Петербургта уҡыусы студенттар һәм аспиранттар ассоциацияһы» етәксеһе Азат Бәҙрәнов.

Фестиваль 16 апрелдә 18 сәғәттә (Мәскәү ваҡыты буйынса) асыла. Сараны үткәреү адресы: Брюсов тыҡрығы, 8/10.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть