3 декабрь, Шәмбе

02 апрель 2014 йыл, 10:50

Төбәктең иң яҡшы хат ташыусыһы Салауатта эшләй

автор: Розалия Вәлиева

«2014 йылдың иң яҡшы хат ташыусыһы» Бөтә Рәсәй һөнәри оҫталыҡ конкурсының төбәк этабында Салауаттан хат ташыусы Роза Ишкинина еңде, тип хәбәр итә Федераль почта элемтәһе БР Идаралығының матбуғат хеҙмәте.

Конкурстың төбәк этабы Өфөлә уҙҙы. Почтамт вәкилдәре заманса почта хеҙмәттәрен күрһәтеү буйынса оҫталыҡ-класын күрһәтте, клиенттарҙың һорауҙарына яуап бирҙе, шулай уҡ почта ҡағиҙәләрен белеүгә ярышты.

Еңеүсе Роза Ишкинина Башҡортостандың почта хеҙмәте исеменән, Пермдә үтәсәк, конкурстың округ этабында сығыш яһаясаҡ. «2014 йылдың иң яҡшы хат ташыусыһы» Бөтә Рәсәй конкурсының финалы Рәсәй почтаһы көнө алдынан, июлдең икенсе йәкшәмбеһе, Мәскәүҙә үтәсәк.

Федераль почта элемтәһенең Башҡортостан Республикаһы буйынса Идаралыҡ директоры Ирек Ғәлимов әйтеүенсә, хат ташыусылар араһында һөнәри оҫталыҡ конкурсын үткәреү Рәсәй почтаһында һуңғы үҙгәрештәр күҙлегенән ҡарағанда айырыуса көнүҙәк. «Бөгөн федераль почта операторы заманса логистик төҙөлөшкә күп миллионлы инвестициялар эшләй. Әммә ул капитал һалыуҙар юҡҡа сығасаҡ, әгәр беҙ ҡулланыусыға алып барыуҙы дөрөҫ ойоштора алмаһаҡ, ә уны нәҡ хат ташыусы тәьмин итә», —тип һыҙыҡ өҫтөнә алды почта ведомствоһы етәксеһе.