10 декабрь, Шәмбе

02 апрель 2014 йыл, 9:49

Республика вәкилдәре Ауыл кооперативтарының бөтә Рәсәй съезында ҡатнашасаҡ

автор: Галина Бахшиева

3 апрелдән алып 4-нә тиклем Санкт-Петербургта «Агрорусь – төбәктәр» бөтә Рәсәй агросәнәғәт күргәҙмәһе уҙасаҡ, уның сиктәрендә ауыл  кооперативтарының II съезы үтәсәк.

Унда Рәсәйҙең 76 субъектынан 700-ҙән ашыу делегат ҡатнашасаҡ, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән. Кооператорҙар ҡануни тәьминәтте һәм ауылдар кооперацияһы үҫешенә ярҙамды, ауыл хужалығы тауарҙарын етештереүселәр өсөн финанс ресурстарҙың асыҡлығын арттырыуҙы, ауыл территорияларының үҫеше һәм башҡа мәсьәләләрҙе тикшерергә планлаштыра.

Башҡортостандан был съезға республиканың ауыл хужалығы министрының беренсе урынбаҫары Азат Йыһаншин етәкселегендәге делегация барасаҡ

Башҡортостан делегацияһы составында – БР Ауыл хужалығы министрлығы, БР Ауыл хужалығын консультациялау үҙәге, Башҡортостандың ҡулланыусылар союзы, Баймаҡ, Мәләүез, Туймазы, Көйөргәҙе һәм Нуриман райондарының фермер хужалыҡтары һәм ауыл хужалығы кооперативтары вәкилдәре.