Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.27 ↓

EUR 67.35 ↑

19 октябрь, Кесе йома

Уфа   °

Башҡортостанда республика парламенты эшен иң яҡшы яҡтыртыуға журналистика конкурсы иғлан ителде

Йәмғиәт

Башҡортостан киң мәғлүмәт сараларында республиканың Дәүләт Йыйылышы эшмәкәрлеген иң яҡшы яҡтыртыуға конкурс старт алды. Унда федераль, республика, ҡала һәм район киң мәғлүмәт саралары ҡатнаша ала.

Ярыш журналистарҙың парламентаризм мәсьәләләрендә һәм төбәк парламенты менән үҙ-ара эш итеүҙе көсәйтеүҙә һөнәри компетенцияларын камиллаштырыу маҡсатында уҙа.

Конкурсҡа төрлө жанрҙарҙа ағымдағы йыл дауамында матбуғат һәм электрон киң мәғлүмәт сараларында баҫылған һәм урынлаштырылған материалдар тәҡдим ителә. Еңеүселәр «Матбуғат киң мәғлүмәт саралары», «Телевидение. Радио», «Интернет киң мәғлүмәт саралары» номинацияларында билдәләнәсәк.

Эштәр 5 декабргә тиклем Өфө ҡалаһы, Зәки Вәлиди урамы, 46 адресы буйынса 304-се кабинетта ҡабул ителә. Конкурс тураһында ҡағиҙә һәм ҡатнашыуға заявка Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышының рәсми сайтында урынлаштырылған.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть