Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.57 ↑

EUR 67.93 ↓

20 октябрь, Йома

Уфа   °

Өфөлә «Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы-2014» конкурсы старт алды

Йәмғиәт

Өфөлә «Йыл уҡытыусыһы-2014» бөтә Рәсәй конкурсының республика этабы башланды. Быйыл төбәктең иң яҡшы уҡытыусыларының алтын фондына инеү хоҡуғына 117 кеше ярышасаҡ.

БР Мәғарифты үҫтереү институтында педагогия оҫталығын күрһәтеүҙе асҡанда БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова билдәләүенсә, «бындай конкурстар иң яҡшы уҡытыусыларҙы, иң яҡшы тәжрибәне асыҡларға ярҙам итә. Үҙенсәлекле уҡытыу тәжрибәһе бөртөкләп йыйыла һәм һуңынан беҙҙең республика һәм Рәсәй белем биреү системаһында ғәмәлгә ашырыла. Беҙ уртаҡ бер эште башҡарабыҙ: Башҡортостан Республикаһының, Рәсәйҙең ысын гражданын тәрбиәләйбеҙ».

БР мәғариф министры урынбаҫары Владимир Аристархов әйтеүенсә, йылдан-йыл «Йыл уҡытыусыһы» конкурсы үҙенең ойошторолоуо, йөкмәткеһе буйынса сифатлы яңы кимәлгә сыға.

— 2014 йыл республика өсөн алға китешле һәм беҙҙең еңеүсе кәм тигәндә Рәсәйҙең иң яҡшы биш уҡытыусыһы исемлегенә инеүен теләр инек, — тип теләне конкурста ҡатнашыусыларға министр урынбаҫары.

Ҙур жюри рәйесе, М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты ректоры Рәил Әсәҙуллин былай тине: «Жюри ағзалары – күпте күргән халыҡ, үҙ һөнәри эшен улар үтәйәсәк, әммә улар ҙа еңеүсене көтөү менән бәйле ниндәйҙер тулҡынланыу кисерә. Бында аналогия үткәрәһе килә: бөтә сәнғәттең иң юғары нөктәһен музыка тип атайҙар, шулай уҡ педагогия эшмәкәрлеге лә – ул һөнәр һәм сәнғәт. Һәр ҡатнашыусының бурысы – был һөнәр менән нисек яҡшы ҡулланыуын күрһәтеү. Һеҙҙе баһалаясаҡ критерийҙар, нормативтар булыуға ҡарамаҫтан, үҙегеҙгә жюри ағзаларына оҡшауҙы маҡсат итеп ҡуймағыҙ. Иң мөһиме – үҙ-үҙең булып ҡалыу. Был уңыштың сере лә инде».

Асыҡ дәрестәр, класс сәғәттәре, оҫталыҡ кластары, түңәрәк өҫтәлдәр һәм педагогик бәхәстәр йомғаҡтары буйынса абсолют еңеүсе һәм биш лауреат билдәләнәсәк. Уларҙың исемдәре конкурсты ябыу тантанаһында 8 апрелдә билдәле буласаҡ.

Конкурстың 24 йыллыҡ тарихы эсендә унда ике мең самаһы уҡытыусы ҡатнашҡан.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть