5 декабрь, Дүшәмбе

01 апрель 2014 йыл, 17:03

«Башҡортостандың баш ҡалаһы» марафоны штандарты Нефтекамала ҡунаҡта

автор: Гөлфиә Акулова

Республика муниципалитеттары араһында «Башҡортостандың баш ҡалаһы» мәҙәни ваҡиғалар марафоны штандарты Яңауылдан Нефтекамаға күсте. Нефтекамалар үҙ күршеләренә күрһәтеүҙе Халыҡ-ара театр көнөндә Нефтекама тарих-крайҙы өйрәнеү музейынан  башланы. «Театр ғәли йәнәптәре» сараһы урыҫ халыҡ театры актерҙарының мәктәп уҡытыусылары һәм БашДУ-ның Нефтекама филиалы студенттары менән аралашыу аҫтында үтте. Энергетик ауылында ике проект ғәмәлгә ашырылды: китапхана хеҙмәткәрҙәре әҙерләгән «Мәңге һеҙҙең Гоголь» әҙәби сәғәт һәм «Мәҙәниәт йыһаны» концерт программаһы.

1 апрелдә штандартты Үҙәкләштерелгән китапхана системаһы көтә, унда «Нефтекама ҡаурый һәм бумала менән данлы» ижад сәғәте планлаштырылған. Шулай уҡ марафон Әмзә ауылында буласаҡ. Мәҙәниәт йорто «Йылмайыу һәм көлкөлә ҡунаҡта» байрам программаһын әҙерләгән, Балалар сәнғәт мәктәбе лә мәҙәни сараларҙан ситтә ҡалмаған. 2 апрелдә Нефтекама Балалар сәнғәт мәктәбендә биҙәү-ҡулланма сәнғәт күргәҙмәһе асыласаҡ. Артабан марафон символы, Ташҡын ауылында үтәсәк,  «Заман ритмы» концерт программаһына киләсәк. Штандарт Нефтекамала иң аҙаҡтан балалар музыка мәктәбендә буласаҡ, унда «Музыкаға яҡты…» вокал-хор бүлегенең концерты үтәсәк. Нефтекама сараларынан һуң Мәҙәниәт йылы символы Салауат районына тапшырыласаҡ.