Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.27 ↓

EUR 67.35 ↑

19 октябрь, Кесе йома

Уфа   °

Республика халҡын бер аҙналыҡ май каникулдары көтә

Йәмғиәт

Майҙа республика халҡын өҫтәмә ял көндәре көтә. Байрамдар менән бәйле эшләмәгән ял көндәре булып тора: 2014 йылдың 1, 2, 3, 4 һәм 9, 10, 11 майы. Эш оҙайлығы шаршамбы 30 апрелдә һәм кесе йома 8 майҙа бер сәғәткә ҡыҫҡартыла, тип хәбәр иттеләр республиканың Хеҙмәт министрлығынан.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 1 май – Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы һәм 9 майҙа Еңеү көнө эшләмәгән ял көндәре булып иҫәпләнә. Ял көндәрен һәм эшләмәгән байрам көндәрен рациональ файҙаланыу маҡсатында ял көнө шәмбе 4 ғинуарҙан йома 2 майға күсерелгән.

Рәсәй Федерацияһының Хеҙмәт кодексына ярашлы, йыллыҡ төп һәм йыллыҡ өҫтәмә түләүле отпуск биргәндә 1 һәм 9 майҙа эшләмәгән байрам көндәре отпускының календарь көндәре иҫәбенә индерелмәй.

Теги: байрамдар
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть