Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.66

EUR 63.72

23 ғинуар, Дүшәмбе

Уфа   °

Нефтекама филармонияһы артистары Силәбе өлкәһенә гастролдәр менән юллана

Мәҙәниәт

Нефтекама дәүләт филармонияһы артистары Силәбе өлкәһенең Ҡоншаҡ районына гастролгә әҙерләнә. Концерттар Башҡортостандың Силәбе өлкәһендәге вәкиле Амур Хәбибуллин булышлығында уҙасаҡ.

Үҙенең сағыу программаһын «Түңгәүер» дәүләт бейеү ансамбле – башҡорт халҡының бейеү фольклорын йыйыусы, һаҡлаусы, интерпретаторы һәм пропагандалаусыһы – тәҡдим итәсәк. Артистарҙың сығышы һәр саҡ ҙур ҡыҙыҡһыныу уята һәм тамашасылар өсөн ысын рухи байрамға әүерелә. Коллектив, башҡорт сәнғәтенең айырылғыһыҙ өлөшө булып торған, милли бейеүҙәрҙең матурлығын, нәфислеген һәм күркәмлеген сағылдыра.

Башҡортостан Республикаһының Силәбе өлкәһендәге Даими вәкиллеге матбуғат секретары Михаил Хәбиров һөйләүенсә, концерттарҙа Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Айбулат Рәхмәтуллин, Марс Ишморатов, йырсылар Раян Алтыншин, Илгиз Миниәхмәтов, Азат Ҡарасурин ҡатнашасаҡ. Шулай уҡ музыкаль программала ҡабатланғыһыҙ тауыш эйәһе Сурия Ғималова, ҡурайсы Айҙар Ғайсин һәм нәфис һүҙ оҫтаһы Рита Ҡарасурина сығыш яһаясаҡ.

Гастролдәр 9 апрелдән алып 19-на тиклем уҙасаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть