3 декабрь, Шәмбе

01 апрель 2014 йыл, 15:46

Мәскәүҙә Марсель Сәлимовтың ижад кисәһе үтте

автор: Гөлсәсәк Ханнанова, Алик Шакиров | фото: Азат Ғафуров

Көлкө көнө алдынан Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан Республикаһының Тулы хоҡуҡлы вәкиллегенең конференция залында күренекле башҡорт яҙыусыһы-сатирасы, шағир-юморист Марсель Сәлимовтың Мәскәүҙә һәм Мәскәү өлкәһендә йәшәүсе яҡташтары менән осрашыуы уҙҙы.

— Марсель Шәйнур улын айырыуса таныштырырға кәрәкмәй, уны Башҡортостанда ғына түгел, Рәсәйҙә лә яҡшы беләләр. Үҙенең сатира әҫәрҙәрендә ул йәмғиәттә дөрөҫлөк һәм ғәҙеллек өсөн беҙгә алға барырға, ҡыйыу алышырға ҡамасаулаған етешһеҙлектәрҙе аяуһыҙ тәнҡитләй, — тине, осрашыуҙы асып, Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан Республикаһының тулы хоҡуҡлы вәкиле – БР Хөкүмәтенең Премьер-министр урынбаҫары Артур Шәйнуров.

Залда ултырыусы билдәле яҙыусылар Йәмил Мостафин, Илгиз Кәримов, академик Тельман Әминев һәм башҡа күренекле яҡташтар, шулай уҡ баш ҡала ҡунаҡтары — Рәсәй Журналистар союзының Мәскәү бүлексәһе идара рәйесе Леонид Речицкий, Рус фәндәр һәм сәнғәт академияһы президенты Виктор Никеров, РФ атҡаҙанған рәссамы Владимир Галатенко, «Роман-газета» журналының яуаплы мөхәррире Елена Русакова Марсель Сәлимовтың ижади һәм йәмәғәт эшмәкәрлеген юғары баһаланы. Марсель Сәлимов үҙе кисә буйына йәштәр менән дә, ветерандар менән дә ихлас һөйләшеү алып барҙы, Башҡортостандың мәҙәни донъя яңылыҡтары тураһында һөйләне, һорауҙарға яуап бирҙе, үҙенең шиғырҙарын һәм юморескаларын уҡыны, автографтар таратты. Кисә аҙағында яҡташтар Марсель Сәлимовтың – Башҡортостан Республикаһының элекке мәҙәниәт министры, хәҙер Техник-иҡтисади тикшеренеүҙәр ғилми-тикшеренеү институты генераль директоры Салауат Әминевтан бүләк – Мәскәүҙә сыҡҡан яңы китабын алды.

— Мин бик ныҡ Мәскәү яҡташтарын яратам. Мәскәү башҡорттары, ә дөрөҫөрәге, Башҡортостан мәскәүлеләре – йомшаҡ күңелле, алсаҡ, илгеҙәк кешеләр. Улар юморҙы ла ярата, сатираны ла аңлай, — тип һөйләне Марсель Сәлимов.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы ҡулланыусыларын Халыҡ-ара Көлкө көнө менән ҡотлап, юморист өфөлөләрҙе 2 апрелдә Үҙәк ҡала китапханаһында (Өфө, Комсомол урамы, 138) уҙасаҡ көлкө оҫталары ҡатнашлығында «Бергәләп көләйек!» күңелле кисәгә саҡыра.

Кисә 16 сәғәттә башлана. Инеү ирекле.

темалар: көлкө көнө