6 декабрь, Шишәмбе

01 апрель 2014 йыл, 15:01

Ирек Кинйәбулатов Салауат Юлаев исемендәге орден менән наградланды

автор: Алик Шакиров

Юғары ижади ҡаҙаныштары һәм башҡорт әҙәбиәте үҫешенә тос өлөш индергәне өсөн республика Президенты Указы менән башҡорт шағиры һәм яҙыусы Ирек Кинйәбулатов Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнде, тип хәбәр ителә рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт сайтында.

Ирек Кинйәбулатов – Башҡортостанда бик күренекле һәм популяр шағир. Уҙған йылдың 15 июнендә уға 75 йәш тулды.

Уның «Баҫыу юлы», тәрән лиризм һәм юғары гражданлыҡ пафосы, һуғышҡа һәм кешеләр араһында башҡа дошманлыҡҡа нәфрәт менән һуғарылған, беренсе шиғырҙар йыйынтығы 1979 йылда донъя күрә.

Шағирҙың артабанғы «Сыйырсыҡтар бала осора», «Һөйөү иртәһе» китаптары шиғри формаларҙың төрлөлөгө, тәрән драматизм, шиғри телдең сағыу образлығы, афористиклыҡ һәм философик менән айырылып тора.

2013 йылда шағирҙың «Ғүмер китабы» исемле яңы китабы сыға. Академик Ғайса Хөсәйеновтың баш һүҙе менән бер томлы әҫәрҙәр йыйынтығына, юғары гражданлыҡ пафосы рухында яҙылған, алдан йыйынтыҡтарҙа баҫылған, шиғырҙар һәм поэмалар: «Баҫыу юлы», «Сыйырсыҡтар бала осора», «Һөйөү иртәһе», «Мин — башҡорт!», «Арғымаҡта», «Замана тауышы» инә.

Ирек Кинйәбулатов Зәйнәб Биишева, Сергей Чекмарев, Рәми Ғарипов, Фатих Кәрим, Мәжит Ғафури, Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев, Назар Нәжми исемендәге әҙәби премиялар лауреаты. Уға «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» исеме бирелгән. Ул Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһына лайыҡ. 2008 йылда шағир Салауат Юлаев исемендәге БР Дәүләт премияһы лауреаты була.