11 декабрь, Йәкшәмбе

01 апрель 2014 йыл, 12:00

Өфөлә «Ҡарттар баҡсаһы» асылды

автор: Ольга Мортазина | фото: Өфө хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте

Өфөнөң Орджоникидзе районында «Феникс» Халыҡты социаль хеҙмәтләндереү комплекслы үҙәгендә 31 мартта оло йәштәге кешеләр өсөн «Надежда» ҡарттар баҡсаһы» эшләй башланы. Өфө хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, бында ҡала халҡы үҙҙәренең оло йәштәге туғандарын урынлаштыра ала. Хеҙмәт 30 көнгә тиклем алты кешене ҡарауға иҫәпләнгән. «Бүлексәлә медицина хеҙмәттәре, психологик ярҙам өсөн бүлмәләр ҡаралған. Ял итеүселәрҙе дүрт тапҡыр ашаталар», — тип хәбәр иттеләр Өфө хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтенән.

темалар: социаль ярҙам