7 декабрь, Шаршамбы

31 март 2014 йыл, 17:50

«Урал моңо» фестивалендә Башҡортостандан 14 дәғүәсе ҡатнашасаҡ

автор: Гөлфиә Акулова

«Урал моңо» халыҡ-ара төрки йәштәренең музыкаль ижады конкурс-фестивале Башҡортостан Республикаһынан ҡатнашыусылар өсөн беренсе һайлап алыу турын уҙғарҙы. Ҡатнашыуға республиканың 17 муниципаль берәмегенән һәм ҡала округынан, шулай уҡ Ырымбур өлкәһенән һәм Төркмәнстандан 43 дәғүәсе заявка биргәйне.

Һайлап алыу жюри составында композитор Урал Иҙелбаев, өлкән уҡытыусы, Башҡорт дәүләт сәнғәт академияһының эстрада-джаз башҡарыуы һәм тауыш режиссураһы кафедраһы доценты Светлана Слягузова, «Ҡурай-TV» музыкаль телеканалы директоры Айгөл Әхмәҙиева, фестиваль режиссеры Илшат Фәхертдинов, Республика халыҡ ижады үҙәгенең әйҙәүсе белгестәре эшләне. Конкурс тыңлауҙарының йомғаҡтары буйынса фестивалдең икенсе турында ҡатнашыу өсөн 14 дәғүәсе һайлап алынды, тип хәбәр иттеләр Республика халыҡ ижады үҙәгенең матбуғат хеҙмәтенән.

«Урал моңо-2014» төрки йәштәренең 17-се музыкаль фестивале Өфөлә 28-30 майҙа үтә. Уны БР Мәҙәниәт министрлығы, «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы дәүләт унитар компанияһы һәм Республика халыҡ ижады үҙәге ойоштора.