6 декабрь, Шишәмбе

31 март 2014 йыл, 17:28

Өфөлә БР Йәш журналистар мәктәбе үҙ эшен башлай

автор: Әлим Фәйезов

3 апрелдә Өфөлә Башҡортостан Республикаһы Йәш журналистар мәктәбенең беренсе дәресе башлана. Уҡыу Рәсәй дәүләт социаль университетының Өфө филиалында, Коммунистик урамы, 39 адресы буйынса уҙасаҡ. 17 сәғәттә башлана.

Уҡыуҙар программаһында – Мәктәп тыңлаусыларының үҙ презентацияһы, уҡыу программаһына һәм эш маҡсаттарына фекер алышыу, төп ҡағиҙәләр төҙөү.

Бөтәһе 175 заявка тапшырылған. Конкурс һайлап алыуынан Йәш журналистар мәктәбенә Өфөнөң юғары һәм урта белем биреү йорттарынан 80 студент үтә. Тыңлаусылар араһында – Башҡорт дәүләт университетының, педагогия, авиация, нефть, медицина университеттарының студент гәзиттәре журналистары. Шулай уҡ киләсәктә журналистика факультетына уҡырға инергә теләүсе уҡыусылар ҙа бар.

Дәрестәрҙе аҙна һайын кесе йома 17 сәғәттән алып 20 сәғәткә тиклем уҙғарырға планлаштыралар. Уҡыуҙар бушлай.

— Анкеталар һәм эсселар мин күҙ алдыма килтергәндән дә күберәк булды. Был БР Йәш журналистар мәктәбенә ҡыҙыҡһыныу барлығын һөйләй, ә иң мөһиме – был проект көнүҙәк һәм кәрәкле. Беҙҙе ҡыҙыҡ һәм уңышлы эш көтә тип уйлайым — тип һөйләне проект етәксеһе, БР Дәүләт Йыйылышы ҡарамағындағы Йәштәр палатаһы ағзаһы, Рәсәй йәштәренең «Мәғлүмәт ағымы» төбәк проекты кураторы Елена Арямнова. — Уҡыуға ингән тыңлаусылар исемлеге социаль селтәрҙә БР Йәш журналистар мәктәбе төркөмөндә баҫылған. Оҙаҡламай БР Йәш журналистар мәктәбенең сайты эшләй башлаясаҡ, унда буласаҡ ҡаурый акулаларының эштәре баҫыласаҡ.