6 декабрь, Шишәмбе

31 март 2014 йыл, 17:06

Башҡортостан фермерҙары йыл башынан алып 20 мең тоннанан ашыу һөт алған

автор: Галина Бахшиева

20,3 мең тонна самаһы һөттө йыл башынан алып республиканың крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарында һауып алғандар. Башҡортостандың ауыл хужалығы предприятиеларында был ваҡыт эсендә бөтәһе 135,3 мең тоннанан ашыу һөт етештерелгән. Ул, былтырғыға ҡарағанда, 1,1 мең тоннаға тиерлек күберәк, тип билдәләйҙәр төбәк Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.

Республика фермер хужалыҡтары араһында һауым буйынса лидер булып Дәүләкән районы тора, унда крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарында тулайым һауым әлеге ваҡытта 860 тоннаға етә. Икенсе урында – Иглин районы фермерҙары, уларҙың өлөшөнә 795 тонна самаһы һөт тура килә. Өсөнсө урында – 2014 йыл башынан алып 710 тоннанан ашыу һөт һауып алған, Бишбүләк районы фермерҙары.