10 декабрь, Шәмбе

31 март 2014 йыл, 12:36

Марсель Сәлимов «Алтын ҡаурый» һәм «Мәғарифҡа өлөш индергәне өсөн» ордены менән бүләкләнде

автор: Мәүлиҙә Яҡупова,Алик Шакиров | фото: Валерий Киселёв

Халыҡ-ара Көлкө көнө алдынан күренекле башҡорт яҙыусыһы-сатирасы, шағир-юморист һәм журналист Марсель Сәлимов Мәскәүгә үткән әҙәби йылға йомғаҡтар яһау тантанаһына саҡырылды. Беҙҙең яҡташ һәм коллегабыҙ Рәсәй Яҙыусылар союзының Мәскәү ҡала ойошмаһы «Әҙәбиәт республикаһы» – әҙәбиәт һәм мәҙәниәт өлкәһендә яңы коммуникуацион технологиялар ярҙамында эшмәкәрлек алып барған әҙәбиәтселәр, нәшриәтселәр, полиграфсылар, китап һатыу берләшмәләренең коммерцияһы булмаған партнерлыҡ – менән берлектә ойошторолған конкурста еңеүсе булып сыҡты. Награданы — «Алтын ҡаурый» статуэткаһын – шағир-сатирикка Әҙәбиәтселәрҙең үҙәк йортонда Рәсәй Яҙыусылар союзының Мәскәү ҡала ойошмаһы идара рәйесе, күренекле рус шағиры Владимир Бояринов тапшырҙы.

Марсель Сәлимовтың, һуңғы йылдарҙа яҙылған, киҫкен публицистик һәм сатира шиғырҙары «Рәсәйҙең әҙәби байлығы 2013», «Рәсәйҙең иң яҡшы шағирҙары һәм яҙыусылары 2013», «Минең Ватан», «Че-пу-ха», «Цветаева усаҡтары» Мәскәү йыйынтыҡтарында баҫылған. Уның ижады тураһында мәҡәләләр «Яҙыусылар союздарының Халыҡ-ара берләшмәһе хәбәрҙәре»ндә, «Журналист», «Журналистика һәм медиабаҙар» журналдарында баҫылған.

«Әҙәбиәт республикаһы» коммерцияһы булмаған партнерлыҡ тәҡдиме буйынса Рәсәй геральдик палатаһы Марсель Сәлимовты «Мәғарифҡа өлөш индергәне өсөн» ордены менән бүләкләне.

Коллегабыҙҙы яңы ижади еңеүе һәм уның иртәгәге һөнәри байрамы – Көлкө көнө – менән ҡотлайбыҙ.