3 декабрь, Шәмбе

31 март 2014 йыл, 15:35

Нефтекама мэры – Рәшит Дәүләтов

автор: Ғәлиә Нәбиева

Башҡортостан Республикаһының Нефтекама ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы итеп Рәшит Дәүләтов тәғәйенләнде. Тейешле ҡарарҙы ҡала округы Советы бөгөн, 31 мартта, ҡабул итте. Рәшит Дәүләтов «НефАЗ» асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә дәүләт власы органдары һәм йәмәғәтселек менән үҙ-ара эш итеү буйынса директор вазифаһын биләгән.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, контракт буйынса Нефтекама хакимиәте башлығы вазифаһын биләүгә конкурста ҡатнашыуға ике кандидат – Рәшит Дәүләтов һәм Ришат Хәбибуллинға рөхсәт ителгәйне.

Конкурсҡа бөтәһе биш кандидат документтарын тапшыра: «НефАЗ» асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә дәүләт власы органдары һәм йәмәғәтселек менән үҙ-ара эш итеү буйынса директор Рәшит Дәүләтов, «Нефтекама ҡалаһындағы Граждандарҙы һаҡлау идаралығы» начальнигы Ришат Хәбибуллин, «Корпорация Уралтехнострой» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтен үҫтереү буйынса вице-президент Филарид Әхмәтдинов, эшләмәгән Зенфира Каваклы, Нефтекаманың «Медицина лазер үҙәге» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең баш табибы Мәүлитйән Әхмәтйәнов.

Филарид Әхмәтдинов конкурста ҡатнашыуҙан баш тарта, комиссия уны кандидаттар иҫәбенән төшөрә. Нефтекама ҡала хакимиәте башлығы вазифаһын биләүгә конкурста ҡатнашыуға Мәүлитйән Әхмәтйәнов һәм Зенфира Каваклыға рөхсәт ителмәй.

Биографик белешмә.

Рәшит Дәүләтов 1958 йылдың 27 ғинуарында БР Яңауыл районында тыуған.

Ҡазан дәүләт техник университетын (алдан Ҡазан авиация институтын) тамамлаған.

1980-1980 – Нефтекаманың автосамосвалдар заводы инженер-конструкторы;

1980-1984 – Нефтекаманың автосамосвалдар заводында хәрби вәкиллек технигы;

1984-2000 – «Нефтекама автомобилдәр заводы» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең өлкән мастеры, цех начальнигы урынбаҫары, цех начальнигы;

2000 йылдан алып – «Нефтекама автомобилдәр заводы» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең кадрҙар һәм социаль мәсьәләләр буйынса директоры.

«Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған машина эшләүсеһе» исеме бар.