11 декабрь, Йәкшәмбе

31 март 2014 йыл, 14:35

1 апрелдән социаль пенсиялар 17,1 процентҡа артасаҡ – Башҡортостандың Хеҙмәт министрлығы

автор: Галина Бахшиева

1 апрелдән алып Рәсәйҙә социаль пенсиялар 17,1 процентҡа артасаҡ. Ил Хөкүмәтенең тейешле бойороғона ҡул ҡуйылған.

Рәсәй бюджетында бының өсөн етерлек аҡсалар ҡаралған – 40 миллиард һумдан ашыу. Индексациялау 3,7 миллион рәсәйлегә ҡағыласаҡ.

Ҡул ҡуйылған документҡа ярашлы, өҫтәмә түләүҙәрҙең суммаһы пособиелары процент яғынан социаль пенсия күләменән торған һәм билдәләнгән кешеләр категорияһы өсөн артасаҡ.

Бындай өҫтәмә түләүҙәрҙе Башҡортостанда Бөйөк Ватан һуғышы инвалидтары, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы ҡатындар, айырым ҡаҙаныштары һәм почет исемдәре булған ветерандар, реабилитацияланған кешеләр, шулай уҡ хәрби эшмәкәрлек инвалидтары ала.

— Артыу күләме категорияһына ҡарата 94,71 һумдан алып 631,39 һумға тиклем тәшкил итәсәк. Арттырылған күләмдә пенсияны ағымдағы йылдың 1 апреленән алып республиканың 15 меңдән ашыу ветераны аласаҡ, — тип хәбәр итте БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат секретары Роза Кузьменко.

Хеҙмәт пенсияларына ҡағылғанда, ул 2014 йылдың 1 февраленән алып индексацияланды. Улар, үткән йылға ҡулланыу хаҡтарын иҫәпкә алыу менән, 6,5 процентҡа артты, тип өҫтәнеләр министрлыҡта.