10 декабрь, Шәмбе

31 март 2014 йыл, 12:03

Рөстәм Хәмитов: Ағас әҙерләү ҡалдыҡтары мәсьәләһен тәрән эшкәртеү генә хәл итә ала

автор: Эльвира Латипова

Ҙур экологик мәсьәлә бөгөнгө көнгә ул ағас әҙерләү ҡалдыҡтары булып тора, уны урман эшкәртеү буйынса предприятиелар төҙөү менән генә хәл итеп була. Был хаҡта РФ Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле ҡарамағындағы Совет ултырышынан һуң журналистар менән әңгәмәлә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов хәбәр итте.

— Беҙҙең эре урманлы төбәктәр бар: Пермь крайы, Киров өлкәһе, Башҡортостан, Удмуртия һәм башҡалар, һәм бөтә ерҙә лә эшкәртеү етмәй, — тине Рөстәм Хәмитов. — Ҡалдыҡтарҙың ғәйәт ҙур иҫәбе туплана. Урман ҡырҡҡанда, тапсыҡтар оса. Тап ошо «тапсыҡтар» ҡырҡҡан күләмдең 50 процентын тәшкил итә. Диләнкәләрҙән тик 50 процентын ғына сығаралар, ә 50 проценты ятып ҡала – серей, яна, тирә-яҡ мөхитте бысрата. Бөтә нәмәне эшкәртергә кәрәк. Ә, төҙөргә кәрәк предприятиеларҙан тыш, ҡайҙа?

Айырым бурыс – бизнесты бындай производстволар төҙөүҙә ҡыҙыҡһындырыу.

— Ағас әҙерләүҙең үҙ хаҡы – кубометрына 300-400 һум, ә баҙарҙа – бүрәнә һатҡанда – хаҡы кубометрына 2,5-3 мең һум тәшкил итә. Диләнкәнән ҡулланыусыға тиклем илтеп биргәндә хаҡ ун тапҡырға арта, — тине республика Президенты. — Шунлыҡтан, әлбиттә, предприятиелар ағас эшкәртеү менән ҡыҙыҡһынмай тиерлек. Бөгөн беҙ, һис шикһеҙ, бындай сеймал алыуҙа ҡыҙыҡһынған заманса предприятиелар төҙөргә тейеш. Ул ағасты тәрән эшкәртеү, ДСП, ОСП-плиталар сығарыу.

Шул уҡ ваҡытта Башҡортостан Президенты һыҙыҡ өҫтөнә алып, республика территорияһында ниндәй генә предприятиелар төҙөлмәһен, улар мотлаҡ иң ҡаты экологик стандарттарға тап килергә тейеш буласаҡ:

— Бөгөн заманса технологиялар теләһе ҡайһы производствоны ла экологик таҙа итергә мөмкинлек бирә. Абсолют һәр ҡайһыһын да, тышҡы яҡтан ни тиклем «ҡатмарлы» күренһәләр ҙә. Беҙҙә Башҡортостан Республикаһында бысраҡ экологик производстволар билдәләмә буйынса булмаясаҡ, — тип билдәләне Рөстәм Хәмитов.