Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.98

EUR 62.04

1 май, Дүшәмбе

Уфа   °

Тулы хоҡуҡлы вәкил ҡарамағындағы Совет ағзалары төбәктәрҙең экологик вәкәләттәрен киңәйтеү яҡлы

Сәйәсәт

Тәбиғәтте һаҡлау өлкәһендә вәкәләттәрҙең децентрализация кәрәклеге, йома Өфөлә уҙған, Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле ҡарамағындағы Совет ултырышында тикшерелде.

Ултырыштың ябыҡ өлөшөнән һуң журналистарға РФ Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич хәбәр итеүенсә, Совет ағзалары тәбиғәтте һаҡлау ҡануниәтен боҙоусыларға ҡарата тәьҫир рычагтарының етерлек булмауы менән бәйле «нигеҙле дәғүәләрен» белдерҙе.

— Теге йәки был сәнәғәт предприятиелары, нефть эшкәртеү заводтары һәм башҡа хужалыҡ эшмәкәрлек субъекттары килтергән, экологик зыянға ҡаршылыҡ күрһәтеүҙе көйләү өсөн Федерация субъекттарының вәкәләттәре етерлек түгел, — тине Михаил Бабич. — Хатта федераль кимәлдә компетенция кимәле буйынса сикләнмәгән мәсьәләләр бик күп.

Шул уҡ ваҡытта антропоген хәл – төбәктәрҙең үҙ проблемаһы, ул «кешеләргә баҫым яһай», әммә «бер төркөм мәсьәләләр буйынса властың төрлө кимәлендә һөҙөмтәле саралар ҡабул итеү килеп сыҡмай».

— Һөйләшеүҙең асылы был өлкәлә вәкәлләттәрҙе бүлеүгә, Федерация субъекттарына үҙҙәренә етерлек киң вәкәләттәр биреү: экологик мониторинг алып барыу, боҙоусыларға ҡарата хоҡуҡ ҡулланыу практикаһын файҙаланыу, тәбиғәтте һаҡлау ҡануниәте ябай ғына үтәлһен өсөн түгел, ә заманса технологиялар үҫешенә, мониторинг системаһына, зыянды бөтөрөү системаһына һәм башҡаларға аҡса һалынһын өсөн, экологик стимулдар ойоштороуға алып барылды, — тине Михаил Бабич, ултырыш йомғаҡтары буйынса әҙерләнгән тәҡдимдәр, «файҙалы буласаҡ һәм байтаҡ өлөштә бойомға ашырылырға тейеш», тип билдәләп.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть