Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.09 ↑

EUR 61.69 ↓

21 февраль, Шишәмбе

Уфа   °

«Яҙ Гүзәле» конкурсы еңеүсеһе Татарстанға юллана

Мәҙәниәт

Стәрлетамаҡта уҡыусылар араһында һылыуҡайҙарҙы һайланылар. «Яҙ Гүзәле-2014» матурлыҡ байрамын Балалар һәм үҫмерлек ижады үҫеше үҙәге менән ҡаланың йәштәр сәйәсәте буйынса бүлеге ойошторҙо.

Стәрлетамаҡтың төрлө белем биреү учреждениеларынан 11 ҡыҙ үҙҙәренең ижади таланттарын, йырлау һәм бейеү һәләттәрен, актерлыҡ оҫталыҡтарын һәм тыуған телде белеүҙәрен күрһәтте.

Еңеүсе тажын һәм «Яҙ Гүзәле» почет таҫмаһын татар һылыуҙары араһында Башҡорт сәнғәт колледжы уҡыусыһы Альбина Вәлиева яуланы, башҡорт телле гүзәлдәр араһында иң яҡшыһы ҡаланың икенсе гимназия уҡыусыһы Лилиана Кәримова булып сыҡты. Иҫтәлекле бүләктәр һәм дипломдарҙан тыш, һылыуҙар Ҡазанға экскурсия турына барыу мөмкинлегенә эйә булды, тип хәбәр итә ҡаланың Балалар һәм үҫмерлек ижады үҫеше үҙәге.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть