10 декабрь, Шәмбе

28 март 2014 йыл, 18:30

Рәсәй Тәбиғәт министрлығы экологик аҡса йыйыуҙы индереү буйынса тәҡдимдәр әҙерләй

автор: Эльвира Латипова | фото: Андрей Старостин

Мәскәүҙә түбән экологик стандарт яғыулығында эшләүсе автомобилдәр өсөн экологик аҡса йыйыу буйынса тәҡдимдәр әҙерләнә. Был хаҡта, йома Өфөлә барған, Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле ҡарамағындағы Совет ултырышында Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов хәбәр итте.

— Элекке стандарт яғыулыҡтарында эшләүсе автомобилдәр һанын кәметергә кәрәк, — тине Рөстәм Хәмитов. — Хәҙер Рәсәйҙең Тәбиғәт министрлығы Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы менән берлектә ошо автомобилдәргә аҡса йыйыуҙы индереү буйынса тәҡдимдәр әҙерләй.

Республика башлығы, Евро-4 һәм Евро-5 экология стандарттары яғыулыҡтарын файҙаланыу атмосфераға сығарыуҙарҙы бензин двигателдәре өсөн 25 процентҡа һәм дизель өсөн 20 процентҡа кәметә, тип билдәләне.