7 декабрь, Шаршамбы

28 март 2014 йыл, 18:03

Рөстәм Хәмитов Волга буйы федераль округының төп тәбиғәтте һаҡлау мәсьәләләрен хәл итеү алымдарын тәҡдим итте

автор: Эльвира Латипова | фото: Андрей Старостин

Атмосфераға бысратыусы матдәләрҙе сығарыуҙа дөйөм Рәсәй күләменең 20 проценты тиерлек Волга буйы федераль округына тура килә, шул уҡ ваҡытта уның майҙаны ил территорияһының алты процентын ғына тәшкил итә. Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау һәм урман хужалығын үҫтереү мәсьәләләренә арналған, докладты Рәсәй Федерацияһы Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле ҡарамағындағы Совет ултырышында йома Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов тәҡдим итте.

— Беҙҙең округ илдә нефть эшкәртеү, калий ашламалары етештереү буйынса беренсе урында тора, ә ул бөтә ҡатмарлы экологик производстволар, — тине Рөстәм Хәмитов. — Икенсе урында – нефть һәм тәбиғи газ сығарыу буйынса. Округ минераль ашламалар, синтетик ыҫмалалар, пластмасса, шиндар, каустик сода етештереү буйынса лидерҙарҙың береһе булып тора.

Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә, Волга буйы федераль округы төбәктәрендә һауаға бысратыусы матдәләр ташлауҙың дөйөм күләме 2013 йылда 5 миллион тоннанан артты. Уларҙың төп сығанаҡтары – сәнәғәт предприятиелары һәм транспорт. Башҡортостан Президенты фекеренсә, атмосфераға негатив йоғонтоно кәметеү өсөн онлайн режимында экологик мониторингтың заманса системаһын булдырыу мотлаҡ. Яңы технологиялар, теге йәки был химик берләшмә производстволарына хас булған, «маркерҙар» менән зарарлы йоғонто сығанаҡтарын тиҙ асыҡларға мөмкинлек бирәсәк. Башҡортостанда бындай технологиялар 2010 йылдан алып индерелә, һөҙөмтәһе күренә, әммә, Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә, «хатта был осраҡта ла территорияның ҙур булыуына күрә хәүефле экологик производстволар менән эшләүе ауыр».

Транспорттың негатив йоғонтоһон кәметеү өсөн автомобиль транспорттарын газ-мотор яғыулығына әүҙем күсереү мотлаҡ, тип иҫәпләй Рөстәм Хәмитов. Зарарлы йоғонтоно юғары экологик класс яғыулыҡтарын файҙаланыу кәметә, «тығындар» мәсьәләһен автомобиль юлдары төҙөлөшө хәл итә ала.

Икенсе экология проблемаһы – аҡмаларҙан насар таҙартылған һыуҙың ағыуы: уларҙың йыл һайын күләме Волга буйы федераль округында 3 миллион кубометрҙан арта. Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә, яңыларын төҙөргә һәм эшләп килгән таҙартыу ҡорамалдарын, яуым канализацияларын яңыртырға кәрәк, «ҡалалар һәм ауылдар аҡмаларын – бысраҡ һыу ағымын тотоу» – мөһим.

— Беҙ ҡалдыҡтарҙы эшкәртеү буйынса бизнес асырға, уға һалым ташламалары бирергә, административ ҡаршылыҡтарҙы алырға тейеш. Ул беҙҙең территорияларҙы таҙартыу – иң мөһиме, — тип иҫәпләй Рөстәм Хәмитов.

— Федераль маҡсатлы программаны ҡабул итеүҙе тиҙләтергә кәрәк, — тине Рөстәм Хәмитов. — Һәм тупланған экологик зыян төшөнсәһен ҡануни нығытырға кәрәк.

— Беҙҙә бөгөн федераль хеҙмәт бар. Әммә кем Федерация субъектынан башҡа экологик проблеманы хәл итеүҙә ҡыҙыҡһына? Беҙҙең тормошто тәьмин иткән яҡтарҙы Мәскәүҙә, федераль структурала ҡарарға кәрәкмәй. Беҙгә был вәкәләттәрҙе бирегеҙ, беҙ уны атҡарасаҡбыҙ. Улар Федерация субъекттарына аңлайышлы, — тине республика Президенты, федераль власть органдарына айырыуса эре предприятиелар контролен генә ҡалдырыу маҡсатҡа ярашлы булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алып.