Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.08 ↓

EUR 67.29 ↑

17 октябрь, Шишәмбе

Уфа   °

Республикала 1 апрелдә хеҙмәтте һаҡлау айлығы старт ала

Йәмғиәт

1 апрелдә Башҡортостанда хеҙмәтте һаҡлау айлығы старт ала. Ул, йыл һайын 28 апрелдә билдәләнгән, Хеҙмәтте һаҡлау көнөнө арналған.

— Айлыҡтың маҡсаты һәм бурыстары – хеҙмәт шарттарын һәм һағын яҡшыртыу, производствола йәрәхәтләнеүҙәр кимәлен, профессиональ ауырыуҙарҙы кәметеү, хеҙмәт шарттарын һәм һағын яҡшыртыу буйынса ыңғай эш тәжрибәләрен пропагандалау буйынса эште камиллаштырыу, — тип хәбәр итте БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат секретары Роза Кузьменко.

Айлыҡ сиктәрендә кәңәш ителгән саралар теҙмәһе сикләнмәгән. Улар араһында – дәүләт күҙәтеүе һәм контроле органдары, профсоюздар ҡатнашлығы менән хеҙмәт һағы буйынса кәңәшмәләр; хеҙмәт һағының көнүҙәк мәсьәләләре буйынса семинарҙар, шәхси һаҡланыу саралары күргәҙмәһе; хеҙмәт һағы мәсьәләләре буйынса «ҡыҙыу линиялар» үткәреү; ведомство ҡарамағындағы етәкселәр һәм белгестәрҙең хеҙмәт һағы буйынса уҡыуҙар ойоштороу, эш тәжрибәһе менән уртаҡлашыу, хеҙмәт һағы һәм социаль реклама буйынса видеофильмдар күрһәтеү. Был йүнәлештә инициативалы аҙымдар эште яҡшыртыуға, хеҙмәт хәүефһеҙлеген арттырыуға булышлыҡ итәсәк, тип аңлаттылар министрлыҡта.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть