8 декабрь, Кесе йома

28 март 2014 йыл, 16:15

Өфөлә Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле ҡарамағындағы Совет ултырышы үтә

автор: Эльвира Латипова | фото: Андрей Старостин

Өфөлә Рәсәй Федерацияһы Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле ҡарамағындағы Совет ултырышы үтә. Ул округта тирә-яҡ мөхитте һаҡлау, урман хужалығы, тәбиғәтте файҙаланыуҙы оптималләштерү өлкәһендә дәүләт сәйәсәтен тормошҡа ашырыу мәсьәләләренә арналған.

Ултырышты Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич алып бара. Төп доклад менән Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов сығыш яһай.

— Беҙҙә сәнәғәт үҫешә, бөтә яңы предприятиелар барлыҡҡа килә. Экологияға ауырлыҡ, һис шикһеҙ, үҫә, — тине Михаил Бабич. — Шуға күрә экология, тәбиғәтте һаҡлау ҡануниәттәрен үтәү, экология мәсьәләләрен хәл итеүгә средстволар һалған, намыҫлы хужалыҡ субъекттарын иҡтисади дәртләндереүгә шарттар булдырыу мәсьәләләре фекер алышыуҙың темалары буласаҡ.

Ултырышта Волга буйы федераль округы субъекттары етәкселәре, Дәүләт Думаһы депутаттары, Федерация Советы ағзалары, Рәсәйҙең Тәбиғәт ресурстары министрлығы вәкилдәре, Советтың бөтә ағзалары ҡатнаша.