10 декабрь, Шәмбе

28 март 2014 йыл, 12:57

Башҡортостандан гуманитар йөк Ҡырым халҡына килтерелде

автор: Алик Шакиров | фото: Олег Яровиков

Башҡортостандан Ҡырым халҡы өсөн гуманитар йөк үткән төндә тәғәйенләнгән урынға Симферополь ҡалаһына барып етте. Телефон аша «Башинформ» агентлығына ошо гуманитар экспедиция ҡатнашыусыһы, БР Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте етәксеһе Павел Самойлин хәбәр итеүенсә, 75 тонна йөк менән дүрт ҙур йөк фураһы составында автоҡарауан 2,5 мең километрҙан ашыу юл үтте.

— Юлда бер ниндәй ҙә ҡыйынлыҡтар тыуманы, бөтә нәмә штат режимында, графикка ярашлы үтте, — тип һөйләне Павел Самойлин. – Гуманитар миссияла ҡатнашыусыларҙың барыһының да – водителдәрҙең дә, журналистарҙың да, юлда дүрт тәүлек үткәреүҙәренә ҡарамаҫтан, кәйефтәре күтәренке, хәрби. Берҙән-бер тотҡарлыҡ ул Керчь боғаҙы аша «Кавказ» портынан Керчь портына сыҡҡанда булды. Был ваҡыт буйынса тотҡарлыҡ Кубандан Ҡырымға сығыусы машиналарҙың, кешеләрҙең күплеге менән бәйле булды. Беҙҙән алда 24 сәғәт, тотош тәүлек, дауамында Мәскәү һәм Мәскәү өлкәһенән гуманитар йөк менән коллонна сыҡты. Беҙҙең автоколонна өс борамда Керчь портына алты-һигеҙ сәғәт дауамында сыға алды. Ҡырымға Кубань халҡы, шулай уҡ Рәсәйгә аҡса эшләргә килеп ҡайтып барған граждандар ҙа бара. Беҙ Наталья Калашенко менән әңгәмәләштек. Ул Керчта йәшәй, ә Санкт-Петербургта эшләй. Уның һөйләүе буйынса, был ғәҙәти практика, сөнки Ҡырымда йәшәү кимәле бик түбән, эш хаҡы ла түбән, эшһеҙлек, ғаиләнең һау-сәләмәт ағзалары эшләргә – Европаға, күбеһенсә Рәсәйгә китә, Ҡырымда өлкән ата-әсәләр һәм мәктәп йәшендәге балалар ҡала. Әгәр элек Наталья Калашенко һәм башҡа ҡырымдар өйҙәренә Харьков аша Украинаның континент өлөшө буйынса ҡайтһа, хәҙер Ҡырымдың күпселек халҡы был юл менән йөрөргә ҡурҡа, Кубань аша урап йөрөргә мәжбүр. Шуның өсөн дә улар Керчь боғаҙы аша күпер мотлаҡ кәрәк ти.

Артабан Павел Самойлин һөйләүе буйынса, Керчта Башҡортостан гуманитар миссия ағзаларын башҡорт диаспораһы вәкилдәре – «Башҡортостан» Сауҙа йорто генераль директоры Марат Мәсәлимов үҙенең коллегалары менән ҡаршы алды. Һуңынан Ҡырым юл полицияһы оҙатыуында Башҡортостандан автоколонна урындағы ваҡыт буйынса 16 сәғәттә Ҡырымдың баш ҡалаһы Симферополгә инде.

— Юлда беҙҙең колоннаны эргәлә уҙып барған машиналар сингналдар менән сәләмләне, Керчта һәм Феодосияла кешеләр ҡул болғап, шатлыҡлы тауыштар менән сәләмләне, — тип һөйләүен дауам итте Павел Самойлин. — Кешеләр Башҡортостанға ла, тотош Рәсәйгә лә ҡырымлыларҙы бындай ауыр, әммә Ҡырым өсөн бик ҡыҙыҡлы ваҡытта ҡалдырмағандары өсөн рәхмәт белдерҙе. Симферополгә беҙ төндә килеп еттек. Йөктө Ҡырымдың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы складтары базаһына бушаттыҡ. Беҙҙе Ҡырым Республикаһының һаулыҡ һаҡлау министры Петр Михальчицкий һәм Ҡырым Министрҙар советының гуманитар ярҙам буйынса Тулы хоҡуҡлы вәкиле Александр Астахов ҡаршы алдылар. Ике сәғәт дауамында бушаттыҡ. Беҙгә һаулыҡ һаҡлау министры йөҙөндә Ҡырым етәкселеге лә, бушатыуҙа ҡатнашҡан бөтәһе лә рәхмәт әйтте. Шул уҡ ваҡытта Петр Михальчицкий ҙа,  Александр Астахов та килтерелгән йөктө бүлеүҙе Ҡырым Республикаһының Контроль-иҫәп палатаһы ҡәтғи контролдә тотасаҡ, йөктөң бер грамы ла юҡҡа сыҡмаясаҡ, бөтәһе лә тәғәйенләнеш буйынса барасаҡ, тип ышандырҙылар. Йөктө бушатыу процесын камераға Рәсәйҙең Беренсе, ТВЦ телеканалдары вәкилдәре төшөрҙө. Рәсәй һәм Ҡырым киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре ҡатнашты. Бушатҡандан һуң шунда уҡ Севастополға юлландыҡ. Бөгөн беҙ бында «Ҡырымға хат» акцияһын дауам итәсәкбеҙ, Севастополь ойошмаларына килтерелгән хаттарҙы, китаптарҙы таратасаҡбыҙ. Китаптарҙың һәм хаттарҙың бер өлөшө Керчь, Симферополь халыҡтарына тапшырыласаҡ. Севастополсылар менән аралашасаҡбыҙ, Башҡортостан, Рәсәй тураһында һөйләйәсәкбеҙ.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, БР Президенты бойороғо буйынса Ҡырым ярымутрауында Рәсәйҙең яңы төбәктәре халҡына ойошторолған гуманитар йөк Өфөнән 24 мартта оҙатылды. Автоҡарауан составында дүрт ҙур йөк фураһы. БР Ауыл хужалығы министрлығы «Башагрпродукт» дәүләт унитар предприятиеһы менән берлектә 36 тонна аҙыҡ-түлек әҙерләгәндәр, унда Ҡырым хакимиәте һораған туҡланыу продукттары ингән, улар: он, ярмалар, макарондар, ит консервалары, ҡуйыртылған һәм киптерелгән һөт, көнбағыш майы, бал.

Бынан тыш, Ҡырымға медицина тәғәйенләнешендәге препараттар, 70-ләгән төр дарыу алып барылды.