Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.23

EUR 60.31

23 апрель, Йәкшәмбе

Уфа   °

Камила Дәүләтова Республиканың мәғариф министры урынбаҫары итеп тәғәйенләнде

Сәйәсәт

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов үҙенең бойороғо менән Камила Дәүләтованы республиканың мәғариф министры урынбаҫары итеп тәғәйенләне.

Камила Йәүҙәт ҡыҙы Дәүләтова 1962 йылдың 21 октябрендә Ҡаҙағстанда тыуған. Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған. Сәйәси фәндәр кандидаты.

Төрлө йылдарҙа ВЛКСМ Өфө районы комитеты секретары, Йоматау ауыл хужалығы техникумында математика һәм иҫәпләү техникаһы уҡытыусыһы, Өфө нефть техникумында комсомол комитеты секретары, ВЛКСМ  Ленин районы комитеты, һуңынан ВЛКСМ Өфө ҡалаһы комитетының уҡыусы йәштәр һәм пионерҙар бүлеге секретары-мөдире булып эшләй, «Башҡортостан пионерҙары» ойошмаһының республика советы рәйесе була.

1996 йылда Өфө хакимиәтенең Йәштәр эштәре буйынса идаралығы начальнигы, бер йылдан – Йәштәр эштәре буйынса БР Дәүләт комитеты рәйесе, артабан – БР Министрҙар Кабинеты ҡарамағындағы Йәштәр эштәре буйынса идаралыҡ начальнигы, Йәштәр сәйәсәте буйынса БР Дәүләт комитеты рәйесе итеп тәғәйенләнә.

2003-2007 йылдарҙа – дүртенсе саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаты.

2008 йылдан алып БР мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министры урынбаҫары, йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрының беренсе урынбаҫары, республика мәҙәниәт министрының беренсе урынбаҫары, мәҙәниәт министры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы, Башҡортостан Президенты ярҙамсыһы вазифаларын биләй, тип хәбәр ителә БР Мәғариф министрлығы сайтында.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть