7 декабрь, Шаршамбы

28 март 2014 йыл, 9:00

Башҡортостандан Ҡырым халҡы өсөн гуманитар йөк Керчҡа барып еткән

автор: Алик Шакиров | фото: Олег Яровиков

Башҡортостандан Ҡырым халҡы өсөн гуманитар йөк менән автомобилдәр ҡарауаны 27 мартта Керчь герой-ҡаланың диңгеҙ портына барып етте. Экспедиция ҡатнашыусыһы, БР Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте етәксеһе Павел Самойлин хәбәр итеүенсә, юлда бер ниндәй ҙә проблемалар булманы, барыһы ла яҡшы, графикка ярашлы бара. Өфөнән 2000 километрҙан ашыу юл артта ҡалды. Ҡырым Республикаһының баш ҡалаһы, Симферополгә тиклем 250 километрҙап барырға ҡалды.

— Гуманитар миссия ҡатнашыусыларының бөтәһенең дә кәйефтәре күтәренке, — тип һөйләй экспедиция етәксеһе, БР Дәүләт заказдарын урынлаштырыу буйынса дәүләт комитеты рәйесе Сергей Новиков. — Ваҡыт буйынса ҙур булмаған тотҡарлыҡ «Кавказ» портында булды. Был аңлашылып та тора, сөнки был йүнәлештә транспорт ағымы күп тапҡырға артты. Беҙҙең пландарҙа йөктө бөгөн Симферополгә алып барып еткереү. Ҡырым етәкселеге, дәүләт Советы депутаттары, ҡала халҡы менән аралашырға планлаштырабыҙ. Севастополь герой-ҡалаға барыу ҙа планлаштырылған.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, БР Президенты бойороғо буйынса Ҡырым ярымутрауында Рәсәйҙең яңы төбәктәре халҡына әҙерләнгән гуманитар йөк Өфөнән 24 мартта оҙатылды. Автоҡарауан составында дүрт ҙур йөк фураһы. БР Ауыл хужалығы министрлығы «Башагрпродукт» дәүләт унитар предприятиеһы менән берлектә 36 тонна аҙыҡ-түлек әҙерләгәндәр, унда Ҡырым хакимиәте һораған туҡланыу продукттары ингән, улар: он, ярмалар, макарондар, ит консервалары, ҡуйыртылған һәм киптерелгән һөт, көнбағыш майы, бал.

Бынан тыш, Ҡырымға медицина тәғәйенләнешендәге препараттар, 70-ләгән төр дарыуҙы алып барып еткерәләр.