Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.24 ↓

EUR 69.65 ↑

18 август, Йома

Уфа   °

Рөстәм Хәмитов: «Экологик фондтар урындағы кимәлдә мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн кәрәк»

Сәйәсәт

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов төбәктә экологик фондтар булдырыу кәрәклегенә комментарий бирҙе. Урындарҙа экологик хәлде төҙәтеү өсөн бындай структуралар ойоштороу тураһында тәҡдим кесе йома Рәсәй Федерацияһының Волга буйы федераль округы субъекттарының дәүләт власының закондар сығарыусы (вәкәләтле) органдары Ассоциацияһы ултырышында яңғыраны.

— Был донъя практикаһы. Экологик фондтар күп илдәрҙә ойошторолған һәм эшләп килә. Төрлө сәбәптәр арҡаһында 2008 йылда илебеҙҙә был практиканан ситләштеләр, — тине Рөстәм Хәмитов, ултырыштан һуң журналистарҙың һорауҙарына яуап биреп. — Бындай кеүек экологик фондтар беҙҙә юҡ. Һис шикһеҙ, ул урындағы властар алдында торған мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн механизм ине. Хәҙер ул ғөмүмән асылда юҡ.

Был хәл дөрөҫ түгел, тип билдәләне Башҡортостан Президенты.

— Экологик фондтар кәрәк. Кем тирә-яҡ мөхитте бысратҡан, шуларҙың түләүҙәре иҫәбенә кәрәк. Бөгөн урындағы кимәлдә мәсьәләне хәл итеүҙең башҡа варианттары юҡ, — тип үҙ ҡарашын белдерҙе республика башлығы.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть