Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.63 ↑

EUR 62.26 ↓

23 март, Кесе йома

Уфа   °

2015 йыл аҙағына тиклем республика 1850 етем баланың фатир мәсьәләһен хәл итәсәк — Константин Толкачев

Сәйәсәт

Башҡортостанда 2015 йыл аҙағына тиклем 1850 етем бала өсөн фатир мәсьәләһен хәл итеү планлаштырыла. Мәсьәлә «2013-2015 йылдарға етем балаларҙы һәм ата-әсә тәрбиәһенән мәхрүм ҡалған балаларҙы торлаҡ менән тәьмин итеү» республика программаһы иҫәбенә хәл ителә. Уны тормошҡа ашырыу өсөн 1,5 миллиард һум самаһы ҡаралған.

— Әгәр 2010 йылда торлаҡты 239 етем бала алһа, ә 2013 йылда – 704. Етем балаларҙың торлаҡ мәсьәләһен хәл итеү, «ҡара риэлторҙар» яғынан алдашыу, закон боҙоуға юл ҡуймау буйынса сарлар менән оҙатыла, — тип иҫәпләй Константин Толкачев.

Яңы ярҙам итеү саралары иҫәбендә спикер, етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған баларға республика бюджеты иҫәбенә фатирҙа ремонт үткәреү хоҡуғы биргән, Дәүләт Йыйылышының һуңғы ултырышында беренсе уҡыуҙа ҡабул ителгән закон проектын атаны.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть