3 декабрь, Шәмбе

27 март 2014 йыл, 18:00

Башҡортостанда етем балаларҙың 89 проценттан ашыуы ғаиләләргә урынлаштырылған

автор: Арина Рәхимҡолова

Башҡортостанда етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларҙың 89 проценттан ашыуы ғаиләләргә урынлаштырылған, ул бөтә Рәсәй күрһәткестәренән артығыраҡ. Бындай мәғлүмәттәрҙе Өфөлә барған Волга буйы федераль округы субъекттарының дәүләт власының закондар сығарыусы (вәкәләтле) органдары Ассоциацияһы ултырышында Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы Рәйесе Константин Толкачев уҡып ишеттерҙе.

— Республикала Ата-әсә вазифаһын биләүгә кандидаттарҙы әҙерләү буйынса берҙәм программа раҫланған. Ул 80 сәғәткә иҫәпләнгән, уларҙың 40 сәғәте көндөҙгө бүлектә белем биреүгә һәм 40-ғы – шәхси консультациялауға бүленә.

Дәүләт Йыйылышы спикеры, ғаиләләргә тәрбиәгә бирелгән балалар артабан да дәүләт контролендә ҡала, тип билдәләне.

— Баланы балалар йортонан тәрбиәгә алған ғаиләләр өсөн төрлө матди ярҙам ҡаралған. 2011 йылдан алып, баланы уллыҡҡа алған граждандарға әсәлек капиталы кимәлендә бер тапҡыр бирелә торған аҡсалата пособиены биреү ҡаралған, «Баланы (балаларҙы) уллыҡҡа (ҡыҙлыҡҡа) алған граждандарға бер тапҡыр бирелә торған аҡсалата пособие тураһында» республика законы тормошҡа ашырыла. Был сумма йыл һайын индекслана, бөгөнгә 430 мең һум тәшкил итә, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Константин Толкачев.