3 декабрь, Шәмбе

27 март 2014 йыл, 17:31

Һуңғы биш йылда республикала балаларҙан баш тартыу һаны ике тапҡырға кәмене

автор: Ғәлиә Нәбиева

— Һуңғы биш йылда республикала балаларҙан баш тартыу һаны ике тапҡырға кәмене. Әгәр 2008 йылда ундайҙар 1000 тыуғанға 4,4  булһа, бөгөн был һан 2,2 тәшкил итә, — тип һөйләне БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев, Өфөлә барған Волга буйы федераль округы субъекттарының дәүләт власының закондар сығарыусы (вәкәләтле) органдары Ассоциацияһы ултырышында.

Шул уҡ ваҡытта Константин Толкачев, ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларҙың 95 проценттан ашыуы – ул ата-әсәләре иҫән булғанда етемдәр, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды. Шуға күрә социаль етемлекте иҫкәртеү бурысы бөгөн айырыуса мөһим.

— Бөгөн Башҡортостанда ике кимәлле ведомство-ара эш итеү системаһы ойошторолған. Уға Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ҡарамағындағы Ведомство-ара совет һәм муниципаль ведомство-ара советтар инә, улар ғаиләләрҙе ҡатмарлы тормош шарттарынан сығарыу буйынса эштә үҙҙәренә яраштырыу ролен алған, — тип уртаҡлашты төбәк тәжрибәһе менән Константин Толкачев.

Өфөлә 2013 йылдан алып бала хоҡуҡтарын яҡлау органдары һәм учреждениеларының берҙәм системаһын булдырыу буйынса пилот проекты бойомға ашырыла. Ҡала хакимиәтенең Опека һәм попечителлек буйынса идаралығы был системаның үҙәге булып тора.

Республиканың район һәм ҡалаларында балалы ғаиләләрҙең мониторингы килтерелә, ҡатмарлы тормош шарттарында булған ғаиләләрҙе, балаларҙы асыҡлау һәм уларҙың иҫәбе алып барыла.

Шул уҡ ваҡытта Константин Толкачев билдәләп, ҡабул ителгән сараларға ҡарамаҫтан, республикала 16189 етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған бала иҫәптә тора, тине.

Эштең мөһим йүнәлеше – уларҙы ҡарау өсөн яҡшы шарттар булдырыу. Балалар йорттарында һәм дәүләт белем биреү ойошмаларында тәрбиәләнеүсе балаларҙың матди һәм аҡсалата тәьминәте нормативтары раҫланған. Муниципаль финанслауҙы республика кимәленә күсереү учреждениеларҙы тотоуҙа дисбалансты бөтөрөргә һәм бүленгән средстволарҙың рациональ файҙаланыуын контролдә тоторға мөмкинлек бирҙе, — тип һөйләне республика парламенты спикеры.