3 декабрь, Шәмбе

27 март 2014 йыл, 16:38

Константин Толкачев: «Рәсәй һуң йөҙ йылда өсөнсө етемлек тулҡынын кисерә»

автор: Арина Рәхимҡолова | фото: Андрей Старостин

Дәүләтте социаль булараҡ билдәләүсе, Рәсәй Федерацияһы Конституцияһының ҡағиҙәләренә ярашлы, һуңғы йылдарҙа етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларға ярҙам итеү айырым мәғәнәгә эйә була. Был хаҡта БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев Өфөлә барған Волга буйы федераль округы субъекттарының дәүләт власының закондар сығарыусы (вәкәләтле) органдары Ассоциацияһы ултырышында хәбәр итте.

Хәҙер, парламент спикеры әйтеүенсә, ил һуңғы йөҙ йыл эсендә өсөнсө етемлек тулҡынын кисерә. Рәсәйҙә ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балалар һаны Икенсе донъя һуғышы тамамланғандан һуң СССР-ҙа уларҙың күпме булыуы менән сағыштырырлыҡ.

— 1945 йылдың майында СССР-ҙа 678 мең етем бала иҫәпләнә, уларҙың күбеһе ата-әсәләрен һуғыш ваҡытында юғалта. 2013 йылда Рәсәйҙә 740 мең етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған бала һанала, уларҙың 120 меңдән ашыуы – Волга буйы федераль округында. Абсолют күпселеге – ата-әсәләре иҫән булып, социаль етемдәр, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Дәүләт Йыйылышы Рәйесе.

Константин Толкачев билдәләүенсә, һуңғы йылдарҙа дәүләт хәлде күбеһенсә еңеп сыға алырлыҡ механизмдар тапты. Ул мәсьәләнең көсөргәнешлеге әкренләп кәмеүе тураһында һөйләргә мөмкинлек бирә. Шулай уҡ ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларҙың хоҡуҡи яҡлау кимәле етди үҫте, ата-әсә хоҡуғынан мәхрүм ителгән граждандарҙың иҫәбе кәмей. Бынан тыш, уллыҡҡа алыу һәм балаларҙы тыуған ғаиләләренә ҡайтарыу һаны үҫә. Быға ҡарамаҫтан, спикер әйтеүенсә, мәсьәлә тулыһынса хәл ителмәгән.