Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.63

EUR 61.44

20 февраль, Дүшәмбе

Уфа   °

Рөстәм Хәмитов Волга буйы федераль округы субъекттарының закондар сығарыусы органдары Ассоциацияһы ултырышын асты

Сәйәсәт

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Рәсәй Федерацияһы Волга буйы федераль округы субъекттарының дәүләт власының закондар сығарыусы (вәкәләтле) органдары Ассоциацияһының 38-се ултырышын асты.

Тәбрикләү телмәрендә республика башлығы, Башҡортостан – ҡунаҡсыл төбәк, тип билдәләне, 2015 йылдың йәйе уҙасаҡ ШОС һәм БРИКС саммиттарына әҙерлектең нисек барғаны тураһында һөйләне. Был ваҡиғаларға бер ниндәй ҙә ҙур төҙөлөштәр алып барылмай, тип билдәләне Рөстәм Хәмитов.

— Саммиттар уҙасаҡ, Конгресс-холды тәртипкә килтерәбеҙ, аэропортта ҙур булмаған эштәр бара, ҡаланың тышҡы ҡиәфәтен дә бер аҙ яҡшыртабыҙ, — тине төбәк башлығы.

Ассоциация ултырышында етем балаларҙың хоҡуҡтарын тикшереү планлаштырыла. БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларҙың законлы хоҡуҡтарын һәм мәнфәғәттәрен яҡлау мәсьәләләре буйынса доклад менән сығыш яһаясаҡ. Башҡортостан парламенты спикеры Башҡортостан миҫалында мәсьәләләрҙе хәл итеү буйынса ведомство-ара эш итеү механизмдары тураһында һөйләйәсәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть