Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.08 ↓

EUR 67.29 ↑

17 октябрь, Шишәмбе

Уфа   °

Баш ҡалала балаларҙы сәләмәтләндереү лагерҙарына путевкалар йәрминкәһе уҙасаҡ

Йәмғиәт

БР Профсоюздар федерацияһы балаларҙы сәләмәтләндереү лагерҙарына путевкалар йәрминкәһен уҙғара. Был сара күп йылдар дауамында Өфөлә йәй миҙгеле алдынан ойошторола.

«Башинформ» агентлығына БР Профсоюздар федерацияһының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, йәрминкә ата-әсәләргә балалар лагерҙарында ял итеү шарттары менән танышыу һәм кәрәк булғанда путевка алыуға ойошмалар менән килешеү төҙөү мөмкинлеге бирә.

Предприятиелар ҡала ситендәге балаларҙы сәләмәтләндереү лагерҙары, муниципаль һәм профсоюз лагерҙары, шулай уҡ республика шифаханаларының үҙ тәҡдимдәрен индереүе көтөлә.

Йәрминкә БР Профсоюздар йортонда 4 апрелдә 11 сәғәттә башланасаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть