10 декабрь, Шәмбе

27 март 2014 йыл, 11:19

Республикала РАИП сиктәрендә торлаҡ-коммуналь төҙөлөшкә 1,1 миллиард һум бүленәсәк

автор: Галина Бахшиева

Республика адреслы инвестиция проекты (РАИП) сиктәрендә 2013 йылда Башҡортостан бюджеты средстволары иҫәбенә 435 километр электр, 290 километр һыу һәм 315 километр газ селтәрҙәре һалынды. Бындай мәғлүмәттәр БР Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты коллегияһының ултырышында килтерелде.

Дөйөм алғанда торлаҡ-коммуналь төҙөлөшкә 2,812 миллиард һум йүнәлтелгән. Шул иҫәптән шәхси һәм күмәк төҙөлөш урындарына инженер коммуникациялары ҡороу, ауыл биләмәләрен газ менән тәьмин итеүгә 2,292 миллиард һум ҡаралған. Башҡортостандың Дәүләт төҙөлөшө менән бүленгән средстволарҙы үҙләштереү 2013 йыл аҙағына 95 процент самаһы тәшкил итте.

Төбәк Хөкүмәтенең бойороғона ярашлы, 2014 йылда «Коммуналь хужалыҡ» бүлеге буйынса Башҡортостандың Дәүләт төҙөлөшөнә 1,1 миллиард һум самаһы күләмдә аҡса ҡаралған.

Шул арала торлаҡты файҙаланыуға тапшырыу һәм киләсәк йылдарға башлап ҡуйылған эште формалаштыу буйынса йыл планын үтәүҙе тәьмин итеү өсөн инженер инфраструктураһын төҙөүгә кәрәкле финанслау күләме 4,6-5,2 миллиард һум тәшкил итә. Өҫтәмә средстволар бүлеү мәсьәләһе хәҙер республика Хөкүмәтендә өйрәнелә, тип өҫтәнеләр БР Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәтендә.