9 декабрь, Йома

26 март 2014 йыл, 16:48

Мишкә районында йылдың иң гүзәл ҡыҙын һайланылар

автор: Арина Рәхимҡолова

Мишкә районында «Мишкә һылыуҡайы-2014» исеме хужаһы билдәләнде. Конкурс район йәштәр бүлеге, «Мишкә» марый тарихи-мәҙәни үҙәк һәм район Мәҙәниәт йорто менән берлектә ойошторолдо.

БР Халыҡ дуҫлығы йортонда һөйләүҙәренсә, ижади конкурс кисәнең иң сағыу һәм иҫтә ҡалырлыҡ ваҡиғаһы булды. Үҙ йырҙарын Диана Батыршина, Лилиә Ғимәҙиева, Илүзә Лотфуллина, Александра Токмакова башҡарҙылар. Тамашасыларҙы һылыуҙарҙың хореография номерҙары ла хайран ҡалдырҙы – ҡыҙҙар заманса дәртле, талғын марый һәм арбаусы көнсығыш бейеүҙәрен башҡарҙы. Иң көслө алҡыштар бында Татьяна Пластееваға булды.

Интеллектуаль этапта ҡатнашыусыларға райондың күренекле урындары тураһында һөйләргә кәрәк ине. Ҡыҙҙар был һынауҙы ла еңел атҡарҙы. Һуңынан ҡатнашыусылар дефилела сығыш яһаны, ә иң тәмлеһе өйгә эш – милли аш-һыу әҙерләү булды.

Бөтә конкурс этаптарының йомғаҡтары буйынса тажды һәм «Мишкә һылыуҡайы-2014» исемен Илүзә Лотфуллина яуланы.

Байрам кисәһе фотосессия менән тамамланды.

темалар: конкурстар