8 декабрь, Кесе йома

26 март 2014 йыл, 16:22

Филүс Яхин – БР тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры урынбаҫары

автор: Галина Бахшиева

Филүс Яхин Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры урынбаҫары итеп тәғәйенләнде. Республика Хөкүмәтенең тейешле бойороғона ҡул ҡуйылған.

БР Экология министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Филүс Флүр улы Яхин 1977 йылда Ишембай районында тыуған. Рәсәй халыҡтар дуҫлығы университетын «Юриспруденция» һөнәре буйынса тамамлаған. Юридик фәндәр кандидаты.

Хеҙмәт эшмәкәрлеген РФ БДБ эштәре буйынса министрлыҡтың Өсөнсө ике яҡлы хеҙмәттәшлек департаментында белгес булып башлай. Һуңынан Мәскәү компанияларында юрисконсультант булыш эшләй.

2005 йылдан алып Башҡортостан прокуратураһы органдарында төрлө вазифаларҙа эшләй.

2010 йылдың декабренән алып Өфөлә юридик агентлыҡтың башҡарма директоры вазифаһын башҡара.