Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.00 ↓

EUR 66.08 ↑

27 июнь, Шишәмбе

Уфа   °

Өфөнән Сочиға тура рейстар асыласаҡ

Иҡтисад

«Ямал» һәм «Ырымбур авиалиниялары» йәйгегә Өфө – Сочи тура рейстары асырға планлаштыралар, тип хәбәр итә, «Ямал» матбуғат хеҙмәте һәм Өфө халыҡ-ара аэропорты сайтына һылтанма яһап, «Коммерсантъ-Башҡортостан»дың бөгөнгө һаны. Июндән алып «Ямал» авиакомпанияһы был йүнәлештә аҙнаһына дүрт тапҡыр – дүшәмбе, шаршамбы, кесе йома һәм йәкшәмбе һайын осоу ойошторорға ниәтләнә. Шундай уҡ рейстарҙы «Ырымбур авиалиниялары» планлаштыра. Самолеттарҙың оса башлауҙары асыҡланмай. Йөрөтөүселәр  авиабилеттарҙың хаҡын әлегә иғлан итмәгән. Билет операторҙары сайттарында ике яҡ осҡа билет хаҡы 23,1 мең һум тәшкил итә, барыу ваҡыты 2 сәғәттә 40 минут. Әлеге ваҡытта Өфө һәм Сочи араһында тура рейстар юҡ. Әммә был маршрут ғинуар-мартта Олипияға әҙерләнеү һәм үткәреү ваҡытында эшләтеп ҡаралды.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть