4 декабрь, Йәкшәмбе

26 март 2014 йыл, 14:30

«Коммерсантъ» Өфөлә күргәҙмәлә беренсе биттәге кадрҙарҙы тәҡдим итте

автор: Гөлфиә Акулова | фото: Андрей Старостин

«Коммерсантъ» Нәшриәт йорто Өфөлә беренсе тапҡыр «Коммерсантъ. Ирекле камера» фотокүргәҙмәһен асты. Экспозицияға гәзиттең бихисап миллионлы архивынан иң яҡшы 80 фото, шул иҫәптән төбәк редакциялары фотохәбәрселәренең эштәре инде. Тамашасыларҙың иғтибарына төрлө йылдарҙа төшөрөлгән кадрҙар тәҡдим ителде. Бында илдең, төбәктең төп ваҡиғаларында мөһим роль уйнаған кешеләрҙе күрергә була: дәүләттең беренсе кешеләрен дә, төрлө түрәләрҙең ҡатмарлы һүрәттәрен дә, сәйәсмәндәрҙең, бизнесмендарҙың, спортсыларҙың, сәнғәт һәм шоу-бизнес эшмәкәрҙәренең фотоларын да.

Объективлыҡ, оперативлыҡ һәм дөрөҫлөлөк – ошо өс нигеҙгә «Коммерсант» гәзите сыға башлағандан алып таяна. Өфө күргәҙмәһе – алдынғы федераль ижтимағи-сәйәси баҫма журналистары һәм фотографтарының ваҡиғаларға һәм факттарға ғәҙел мөнәсәбәтен раҫлай.

— Был бөтә фотолар көнүҙәк эшебеҙҙең өлөшө булып тора, улар гәзиттә беренсе биттә урынлашҡан материалдарға һүрәт булараҡ барлыҡҡа килде, — тип һөйләне «Коммерсантъ» Нәшриәт йорто генераль директоры Павел Филенков.

«Коммерсантъ. Ирекле камера» күргәҙмәһен тантаналы асыуҙа республика Президенты Рөстәм Хәмитов ҡатнашты.

— «Коммерсантъ» гәзите ҡайһы берҙә уңайлы ла түгел, уның илдә, донъяла ваҡиғалар үҫешенә үҙ ҡарашы бар. Бер нисә тапҡыр үҙем тураһында шундай мәҡәләләр уҡыным, уларҙан һуң оҙаҡ – был минме әллә баҫма биттәрендә тасуирланған мин түгелме, тип уйландым. Әммә был тормош, быға тыныс ҡарарға кәрәк: ҡайһы саҡта етди, ҡайһы берҙә ирония менән. Әммә бер ҡасан да үпкәләмәҫкә, сөнки ул был тормоштоң тағы ла бер киҫелеше, илдә һәм субъектта барған нәмәләргә тағы ла бер ҡараш, — тип билдәләне төбәк башлығы.

Артабан Рөстәм Хәмитов экспозицияла тәҡдим ителгән фотолар менән танышты.