Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.36 ↑

EUR 69.71 ↓

19 август, Шәмбе

Уфа   °

Мосолмандар Ҡырымға ярҙамға йөҙ мең һумдан ашыу аҡса йыйҙы

Йәмғиәт

Башҡортостан мосолмандары йөҙ мең һумдан ашыу аҡса йыйып Ҡырым халҡына ебәрҙе. Бынан тыш, Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назаратында билдәләүҙәренсә, РФ мосолмандарының Үҙәк диниә назараты рәйесе Тәлғәт Тажетдин Ислам мәҙәниәте, фән һәм мәғарифҡа ярҙам итеү фонды алдында Ҡырым мосолман руханиҙарына 33 грант (алты миллион һум самаһы) биреүҙәрен һораясаҡ. Был хаҡта юғары мөфтөй Өфөнөң Йәмиғ мәсетендә йома намаҙынан һуң хәбәр итте.

Алдан Тәлғәт Тажетдин мөьминдәрҙе туғандаш Ҡырым халҡы проблемаларына вайымһыҙ ҡалмай улар өсөн хәйер бирергә саҡырҙы. Шулай уҡ мөфтиәт башланғысы менән Симферополь мәсетен махсус рәүештә реставрациялау өсөн РФ мосолмандарының Үҙәк диниә назараты ҡарамағындағы оҫтаханала ишек эшләнде.

Башҡортостан мосолмандарының хәйерҙәрен республика гуманитар ярҙамы сиктәрендә Ҡырымға алып баралар. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Өфөлә Дуҫлыҡ монументы алдындағы майҙандан Ҡырым ярымутрауында Рәсәйҙең яңы төбәктәре халҡына гуманитар йөк оҙатылды. Йөктө оҙатыу тантанаһында Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты рәйесенең беренсе урынбаҫары Айнур Арыҫланов ҡатнашты. Дин әһеле ярымутрауҙа, илдә һәм донъяла дуҫлыҡ һәм именлек теләп Ҡөръән уҡыны. Урыҫ Православие сиркәүе вәкиле отец Евгений автомобилдәр колоннаһын изгеләндерҙе.

— Башҡортостан һәм Ҡырым халыҡтары рухи яҡтан яҡын: төбәктә тиҫтәләгән милләт вәкилдәре йәшәй, ике төп дин – ислам һәм православие бар, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Айнур Арыҫланов.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть