6 декабрь, Шишәмбе

25 март 2014 йыл, 18:03

Республика депутаттары Белорет районында урман производствоһы буйынса экологик тикшереүҙе тамамланы

автор: Арина Рәхимҡолова

БР Дәүләт Йыйылышы депутаттары Белорет районының Тимер юл ауылындағы хәлде асыҡлау өсөн парламент тикшереүен уҙғарҙы. Башҡарған эш йомғаҡтары буйынса закон сығарыусылар республиканың Экология кодексына төҙәтмәләр индерергә тәҡдим итте.

Был инициативаны махсус ойошторолған комиссия рәйесе Рәмил Хәкимов республика парламентының пленар ултырышында уҡып ишеттерҙе. Нормаларҙы һәм тәртиптәрҙе боҙоу менән ағас ташыу, ағас эшкәртеү ҡалдыҡтарының рөхсәтһеҙ сүплеген ойоштороуға граждандарҙың ялыуҙары ауылдағы хәлде парламент кимәлендә өйрәнеү өсөн сәбәп булып торҙо, тип хәбәр итте. Комиссия ағзалары боҙоуҙарҙы бөтөрөү буйынса күҙәтеү органдары күргән саралар тураһында мәғлүмәтте тикшерҙе. Уҙғарылған тикшереүҙәр Тимер юл ауылында федераль ҡануниәтте боҙоу менән ете сәнәғәт майҙансығында 79 пилорама һәм күмер эшкәртеү буйынса ике мейес булғанлығын асыҡланы. Шулай уҡ үҙ ирке менән ер участкаларын биләү ҙә урынлы булды.

Был проблема Белорет районына ғына түгел, ә башҡаларға ла хас булғанлыҡтан, комиссия ағзалары республика бюджетынан тирә-яҡ мөхитте һаҡлау программаһы, шулай уҡ эшҡыуарҙар средстволары иҫәбенә финанслау менән райондарҙа ҡалдыҡтарҙы ваҡытлыса складҡа һалыу урынын ойоштороуҙы ҡараған, республиканың Экология кодексына үҙгәрештәр индерергә тәҡдим итте.