10 декабрь, Шәмбе

25 март 2014 йыл, 17:42

Башҡортостан Президенты: «Кешеләр менән осрашырға кәрәк, ә кабинеттарҙа ултырырға түгел»

автор: Ғәлиә Нәбиева

— Власть, бизнес һәм йәмәғәтселек хәҙерге һәм күптәнге экологик проблемаларға әүҙем иғтибар итә башланы, — тип билдәләне Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов, үткән Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылына йомғаҡ яһап.

Республика етәксеһе шишәмбе БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттарына 2013 йыл йомғаҡтары буйынса БР Хөкүмәте отчетын уҡып ишеттерҙе.

Уҙған йыл ваҡиғалары мәсьәләләр төркөмөн асыҡланы ла инде, «шул иҫәптән предприятиелар хужаларының, власть структураларының республика халҡын һәм йәмәғәтселекте яңы төҙөлөштәр, пландар, эштәр тураһында мәғлүмәтте үҙ ваҡытында һәм дөрөҫ еткерә белмәүҙәре тураһында», тип билдәләне Башҡортостан Президенты.

— Мәғлүмәти ябыҡлыҡ «Кроношпан» ағас эшкәртеү предприятиеһы төҙөлөшө менән мәсьәләлә көсөргәнештең киңәйеүенә килтерҙе. Кешеләргә был проекттың мөһимлеген еткермәнеләр, уның асылын асып бирмәнеләр, ябай әйберҙәрҙе аңлатманылар. Һөҙөмтәлә инвестор ҙа, власть та протест алды. Былай эшләргә ярамай! Кешеләр менән осрашырға кәрәк, ә кабинеттарҙа ултырырға түгел! Кеше мәнфәғәттәре ҡағылған бөтә мәсьәләләр ҙә киң йәмәғәт тикшереүенә сығарылырға тейеш, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов.

темалар: бр президенты