6 декабрь, Шишәмбе

25 март 2014 йыл, 17:18

Өс йыл эсендә мәғарифты модернизациялауға Башҡортостанда биш миллиард һум йүнәлтелде - БР Президенты

автор: Ғәлиә Нәбиева

Кешеләрҙең йәшәү сифатын арттырыуҙа мәғарифтың мөһим ролен Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары алдында Хөкүмәт эшмәкәрлеге тураһында отчет менән сығыш яһап, һыҙыҡ өҫтөнә алды.

— Өс йыл эсендә федераль һәм республика бюджеттарынан дөйөм белем биреү системаһын модернизациялауға биш миллиард һумлап йүнәлтелгән. Шул иҫәптә 2013 йылда – 1,7 миллиард һум. Ошо аҡса йүнәлтеүгә күрә капиталь ремонт талап иткән мәктәп биналары һанын ике тапҡырға тиерлек (212-нән алып 111-гә тиклем) кәметеп булды, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов.

Ауылдарға мәктәп автобустары биргәнлектән, көн һайын база мәктәптәренә алып барған, уҡыусылар һаны 30 меңгә тиклем артты.

Республика етәксеһе тармаҡ хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡын арттырыу буйынса саралар тураһында айырым һөйләне.

— Былтыр дөйөм белем биреүҙә эш хаҡы, республика буйынса уртаса эш хаҡын 6,5 процентҡа уҙып, 24 мең һум тәшкил итте. 47 процентҡа эш хаҡы мәктәпкәсә белем биреүҙә артты, 40 процентҡа тиерлек — өҫтәмә белем биреү системаһында.

Башҡортостан Президенты етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларҙы тормошта урынлаштырыу буйынса эште билдәләне. Былтыр ике меңдән ашыу бындай бала асыҡланған. Әммә был 2012 йылға ҡарағанда 17 процентҡа әҙерәк.

— Ғаиләгә урынлаштырыу күрһәткесе Башҡортостанда ил һәм округ буйынса ҡарағанда юғарыраҡ. Ғаиләләргә 90 процент самаһы етем балалар урынлаштырыла, — тине Рөстәм Хәмитов. — Был күп, әммә беҙгә башҡа, 100 процентҡа яҡын һан кәрәк.

Республика башлығы, етем балалар һаны кәмеүгә бәйле, 2008 йылдан алып республикала алты балалар йорто ябылды, тип билдәләне.

Хөкүмәт менән етемдәргә торлаҡ биреү буйынса эш көсәйтелде. 2011 йылда ғына был һан 430 кешегә етте, 2012 – 603, ә былтыр 700-ҙән ашыу егет һәм ҡыҙ торлаҡлы булды.

— Был һан 2007, 2008, 2009 йылдар күрһәткестәре менән сағыштырмаса 10 тапҡырға тиерлек артты. Шул уҡ ваҡытта, ҡабул ителгән сараларға ҡарамаҫтан, сиратта тороусыларҙың һаны йыл һайын яҡынса 20 процентҡа үҫә. Шуға күрә тынысланырға иртә әле, был эште артабан да әүҙем алып барырға кәрәк, — тип йомғаҡ яһаны төбәк башлығы.