10 декабрь, Шәмбе

25 март 2014 йыл, 16:49

Рөстәм Хәмитов Әлмәт татар театры гастролдәре тураһында: «Бындай спектакль беҙгә кәрәкмәй»

автор: Арина Рәхимҡолова

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов шишәмбе БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары алдында сығыш яһап «Нур» Өфө дәүләт татар театры сәхнәһендә Әлмәт татар драма театры гастролдәре менән бәйле хәлгә комментарий бирҙе.

— Әлмәт татар театры килтергән постановкала әхлаҡи нормалар боҙолдо, уларҙың гастролдәре туҡтатылды. Бындай спектакль беҙгә кәрәкмәй, шунлыҡтан гастролдәр булмаясаҡ. Татарстан властары рәсми рәүештә ғәфү үтенде, миңә Татарстан Президенты шылтыратты. Интернетта Татарстан Мәҙәниәт министрлығының рәсми белдереүе урынлашыуы тураһында һеҙ беләһегеҙ, — тине Рөстәм Хәмитов. — Был мәсьәләне дөрөҫ хәл итеү һәм уны Татарстан Республикаһының, унда йәшәгән халыҡтың түгел, ә айырым кешеләрҙең ҙур хатаһы итеп күреү, был хәлде аңлау өсөн беҙгә түҙемлек етер тип ышанам.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Әлмәт драма театрының, уның 70 йыллығына арналған, Өфөләге гастролдәре 19-22 мартҡа планлаштырылғайны. Гастролдәрҙе асыу көнөндә тамашасылар хөкөмөнә Тажи Ғиззәттең «Ҡыйыу ҡыҙҙар» классик комедияһы буйынса режиссер Илдар Хәйруллин сәхнәләштергән спектакль тәҡдим ителде. Тамашасылар әйтеүенсә, диалогтарҙа төп нөсхәлә булмаған һүҙҙәр яңғыраны һәм әхлаҡи нормалар боҙолдо. Әлмәт театры гастролдәре 21 мартта ҡабул итеү яғының инициативаһы буйынса ваҡытынан алда туҡтатылды.

темалар: бр президенты