7 декабрь, Шаршамбы

25 март 2014 йыл, 16:19

Республика Хөкүмәте бюджет хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡын арттырыу буйынса маҡсатлы күрһәткестәрҙе үтәгән

автор: Ғәлиә Нәбиева

Башҡортостанда лайыҡлы эш хаҡын тәьмин итеү, эш урындары булдырыу,торлаҡ проблемаларын хәл итеү буйынса системалы саралар тормошҡа ашырыла.

— Республика Хөкүмәте, Рәсәй Президентының майҙағы указдарын тормошҡа ашырыу буйынса юл карталары менән ҡаралған, бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡын үҫтереү өсөн маҡсатлы күрһәткестәрҙе тулы күләмдә башҡарҙы, — тине Рөстәм Хәмитов, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары алдында Хөкүмәт эшмәкәрлеге тураһында отчет менән сығыш яһап.

Республика башлығы әйтеүенсә, мәғариф, һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы үҫеше темптары уртаса республика эш хаҡы үҫеше темптарын ике тапҡырға уҙҙы.

Йән башына уртаса аҡсалата килем буйынса Волга буйы федераль округтары төбәктәре рейтингында Башҡортостан бишенсе урынды биләй, илдә – 21-сене. Уҙған йыл йомғаҡтары буйынса был килемдәрҙең үҫеш темптары республикала Рәсәй Федерацияһына ҡарағанда 2,5 процент пунктына юғарыраҡ булды.

— Ыңғай үҙгәрештәр мәшғүллек өлкәһендә артты. Былтыр хеҙмәт баҙарында хәл тотороҡланды. 2012 йылдан алып эшһеҙлек кәмене: рәсми – 1,3-тән алып 1,2 процентҡа тиклем, ә дөйөм – 6,1-ҙән алып 5,8 процентҡа тиклем, — тип билдәләне, депутаттар алдында сығыш яһап, Рөстәм Хәмитов. — Теркәлгән эшһеҙҙәрҙең кимәле 24 мең кешегә тиклем, йәғни 10 процентҡа кәмене.

Шуның менән бергә республикала эш хеҙмәттәренә ихтыяж һәм тәҡдим араһында дисбаланс һаҡлана, тип билдәләне Президент. Йыл эсендә ингән, өс меңдән ашыу вакансия өс тапҡырға эш эҙләүсе граждандар иҫәбен уҙа.

— Бындай шарттарҙа Башҡортостан Хөкүмәте, хеҙмәт баҙарының ысын талаптарынан сығып, мәғариф өлкәһен төҙәтеү, шулай уҡ кадрҙарҙы ҡабаттан әҙерләү системаһын үҫтереү буйынса мөмкинлектәр эҙләй, — тине төбәк етәксеһе.