11 декабрь, Йәкшәмбе

25 март 2014 йыл, 15:22

Башҡортостан Президенты Республика Хөкүмәте эшендә төп ориентирҙарҙы билдәләне

автор: Ғәлиә Нәбиева | фото: Андрей Старостин

Башҡортостан Хөкүмәте эшендә төп ориентирҙар – ул халыҡ табышын арттырыу, һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, мәҙәниәттең кәрәкле кимәлен тәьмин итеү, торлаҡтың арзан булыуы, ҡала һәм ауылдарҙы төҙөкләндереү, тирә-яҡ мөхитте һаҡлау, демографик күрһәткестәр. Был хаҡта Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов шишәмбе БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға 2013 йылға республика Хөкүмәте эшмәкәрлеге тураһында отчет менән сығыш яһағанда хәбәр итте.

— Башҡортостан бөгөн тыуым үлемдән күберәк булған илдең бер нисә төбәктәренең береһе. Илдә барлығы бындай 22 субъект. Уҙған йылда республикала 59400 бала тыуҙы. Тәбиғи үҫеш алты меңләп кеше тәшкил итте, — тине, депутаттар алдында сығыш яһап, Рөстәм Хәмитов.

Тыуым артыуында ыңғай ролде республикала ҡабул ителгән саралар уйнаны, шул иҫәптән мәктәпкәсә белем биреүҙе үҫтереү буйынса, тип билдәләне Президент.

Республика башлығы уҙған йылда тамамланған тейешле республика маҡсатлы программаһы йомғаҡтары тураһында һөйләне. Уға ярашлы, 2008 йылдан алып балалар баҡсаларында 26 мең урын булдырыу планлаштырылған. Ә ысынында иһә 45 мең булдырылған, уларҙан 40 мең урыны – һуңғы өс йыл эсендә. Тик былтыр ғына Башҡортостанда 15 мең урын булдырылған, шул иҫәптән ете мең самаһы – мәктәпкәсә белем биреүҙең альтернатива формаларын индереү иҫәбенә. Һөҙөмтәлә һуңғы өс йылда балалар баҡсаларына сират ике ярымға тапҡыр кәмене.

Быйыл республика пландарында тағы ла 11 меңләп балалар баҡсалары урынын булдырыу тора, тип билдәләне Башҡортостан Президенты.

— Мөһим демографик бурыс – йәшәү оҙонлоғон арттырыу. Һәм бында беҙҙе күрһәткестәр уртаса Рәсәй кимәлендә, — тип һөйләне республика етәксеһе. — Өҫтәп әйтергә кәрәк, был күрһәткестәр әлеге бик яҡшыларҙан түгел. Был өлкәлә эште әүҙем дауам итергә кәрәк.

Был мәсьәләлә мөһим ролде һаулыҡ һаҡлау системаһы уйнай, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов. Был тармаҡ үҫешендә республикала ҙур средстволар һалынған.

— Һаулыҡ һаҡлауға сығымдар былтыр 2012 йыл менән сағыштырмаса 38 процентҡа үҫеп 45 миллиард һумдан артты. Һаулыҡ һаҡлауҙы модернизациялау программаһын тормошҡа ашырыуға беҙ федераль бюджеттан өҫтәмә тағы ла миллиард һум алдыҡ. Дөйөм алғанда был программа буйынса 16,6 миллиард һум бүленгән.

Программа сиктәрендә биш меңдән ашыу берәмек медицина ҡорамалы һатып алынған, туғыҙ муниципаль-ара медицина үҙәге эшләй башланы, тип һөйләне төбәк башлығы.

Былтыр республика перинаталь үҙәктәр системаһын үҫтереү федераль программаһына инде. Өфөлә бындай үҙәк төҙөлөшөнә федераль бюджеттан 1,5 миллиард һум бүленгән, тағы ла 700 миллион һумы республика бюджетынан йүнәлтелгән. 2016 йылда Башҡортостан заманса перинаталь үҙәк аласаҡ.

Президент тулыраҡ, республика халҡын һауыҡтырыуға эшләй башлаған, заманса медицина учреждениелары тураһында һөйләне.

Рөстәм Хәмитов медиктарға эш хаҡын арттырыуҙың ҙур ғына динамикаһын билдәләне.

2013 йылда тармаҡта уртаса эш хаҡы 20 процентҡа артты, табиптарҙың ул 12 процентҡа үҫте һәм 38 118 һум тәшкил итте, уртаса персоналдың – 18 процентҡа, кесе медицина персоналының – 30 проценттан да күберәккә.

Парламентарийҙарға «Ауыл докторы» программаһын тормошҡа ашырыу тураһында мәғлүмәттәр килтерелде. Уның сиктәрендә бөтәһе 2012 йылдан алып ауылға йәшәргә һәм эшләргә 885 йәш белгес ҡайтты.