Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47 ↓

EUR 60.45 ↑

23 февраль, Кесе йома

Уфа   °

Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең һөнәри байрамдарын билдәләй

Мәҙәниәт

25 март – Рәсәй Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре көнө. Был байрамды дәүләт байрамы булараҡ мәҙәниәт һәм сәнғәт, киноматография, китап нәшер итеү, полиграфия, киң мәғлүмәт сараларында мәшғүл булған бөтә ижади һөнәр кешеләре, йәмғиәттең рухи үҫешенә һәм илдең мәҙәни мираҫын популярлаштырыуға тос өлөш индереүселәр билдәләй.

Һөнәри байрам көнөндә Өфөнөң Ҡала мәҙәниәт һарайында мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә арналған тантаналы сара уҙасаҡ. Баш ҡала хакимиәтенең Мәҙәниәт һәм сәнғәт буйынса идаралығы хәбәр итеүенсә, Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре көнөн байрам итеү сиктәрендә тармаҡтың лайыҡлы хеҙмәткәрҙәрен ҡотлау, «Муниципаль мәҙәниәт учреждениеһының иң яҡшы хеҙмәткәре» почет билдәләре менән наградлау уҙасаҡ. Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә арналған концертта артистар, ҡаланың иң яҡшы коллективтары вәкилдәре сығыш яһаясаҡ.

Байрам 2007 йылда Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса ойошторолған.

Рәсәйҙә мәҙәниәт һәм сәнғәт менән бәйле башҡа байрамдар ҙа ҡаралған – Музейҙар көнө, Рәсәй матбуғаты көнө, Рәсәй киноһы көнө, Бөтә Рәсәй китапханалар көнө.

Бөгөн һөнәри байрамдарын мәҙәниәт һаҡлаусылары һәм уны барлыҡҡа килтереүселәре билдәләй – музейҙар һәм китапханалар хеҙмәткәрҙәре, театр һәм концерт ойошмалары эшмәкәрҙәре, мәҙәниәт йорто, ҡала һәм ауыл клубтары белгестәре, художество үҙешмәкәрлек коллективтары.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть