5 декабрь, Дүшәмбе

24 март 2014 йыл, 18:02

Ғафури районында «Табын батыры-2014» ярышы уҙҙы

автор: Ринат Сәғитов

Ғафури районының Сәйетбаба ауылында милли көрәш буйынса «Табын батыры-2014» асыҡ зона турниры уҙҙы. Ярыштар Башҡортостандан Дәүләт Думаһы депутаты Марсель Йосопов булышлығында муниципалитет хакимиәте һәм «Табын» район гәзите редакцияһы менән ойошторолдо.

Ярыштар республика халҡы араһында милли спорт төрҙәрен үҫтереү һәм сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау маҡсатында үтте. Турнирҙа Ғафури, Ишембай райондарынан һәм Стәрлетамаҡ ҡалаларынан спортсылар ҡатнашты.

— Күмәк спортты популярлаштырыу, ауыл халҡы араһында сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау буйынса, төп йүнәлештәрҙең береһе булып тора. Милли көрәш, күмәк спорт төрҙәренең береһе булараҡ, күп кешеләрҙә ҡыҙыҡһыныу уята һәм үҫтереү, тәрбиәләү, патриотик функциялар башҡара, — тип билдәләне Марсель Йосопов.

«Табын батыры» турниры – ул республиканың яҡын урынлашҡан райондары һәм ҡалалары спортсыларының осрашыу майҙансығы. Осрашыу йомғаҡтары буйынса абсолют еңеүсе Стәрлетамаҡтан Айгиз Зәйнетдинов булды.

Ярышта ҡатнашыусылар кубоктар, дипломдар һәм ҡиммәтле бүләктәр менән бүләкләнде.