Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.13 ↑

EUR 69.56 ↑

24 август, Кесе йома

Уфа   °

Башҡортостан делегацияһы Мәскәүҙә Мәҙәниәт йылын тантаналы асыуҙа ҡатнашасаҡ

Мәҙәниәт

Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре көнөндә, 24 мартта, бөтә Рәсәйҙән сәнғәт эшмәкәрҙәре Мәскәүҙә Мәҙәниәт йылын рәсми асыуға йыйыласаҡ. Тантанаға һәр субъекттан 10 кеше иҫәбендә делегат саҡырылған. БР Мәҙәниәт министрлығының матбуғат секретары Ләйлә Ишморатова хәбәр итеүенсә, байрамда шулай уҡ Башҡортостан делегацияһы ла ҡатнашасаҡ. Делегация составында – БР билдәле мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре: Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Азат Айытҡолов, РФ һәм БР халыҡ артисы Таңсулпан Бабичева, БР һәм РФ атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Нур Дауытов, фоторәссам Рәмил Килмәмәтов,  Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Леонора Ҡыуатова, БР халыҡ артисы Александр Федеряев, кинорежиссер Булат Йосопов, Нефтекама ҡала китапханаһы директоры Франц Ян.

Төбәктәрҙән вәкилдәр өсөн Рәсәйҙең баш ҡалаһы буйлап экскурсия ойоштороласаҡ, ә Мәҙәниәт йылын асыу тантанаһы Ҙур театрҙа үтәсәк. Шулай уҡ сара сиктәрендә Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең Бөтә Рәсәй форумы, тармаҡ конференциялары һәм Мәҙәниәт буйынса координация советы ултырышы уҙасаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть