8 декабрь, Кесе йома

24 март 2014 йыл, 17:19

Лифттарҙы ремонтлауға республика бюджетынан 2014 йылда 69,6 миллион һум бүленәсәк

автор: Эльвира Латипова

Башҡортостанда 2014 йылда хеҙмәтләндереү ваҡытын эшләп үтәгән 99 лифтты алмаштырыу планлаштырыла. Был маҡсатҡа төбәк бюджетынан 69,6 миллион һум бүленә, тип хәбәр итә республика Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.

Средстволарҙың иң күберәген Өфө аласаҡ – 35,2 миллион һум. 7 миллион һум самаһы Мәләүезгә, 6,3 миллион һумы – Стәрлетамаҡҡа күсереләсәк. 4,2-шәр миллион һум – Салауатҡа һәм Октябрьскийға, 3,9-шар миллион һум Белорет һәм Ишембай райондарына бүленә. Күмертау өсөн 2,1 миллион һум ҡаралған, Благовещен районына – 1,9 миллион һум, Ағиҙелгә – 705 мең һум.

Ағымдағы лифттарҙы алмаштырыу 2011-2015 йылдарға лифттарҙы алмаштырыу һәм яңыртыу республика адреслы программаны тормошҡа ашырыу сиктәрендә уҙғарыласаҡ.